Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда Дәүләт Думаһының Милләттәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Геннадий Семигин менән Башҡортостандың милли-мәҙәни үҙәктәре етәкселәре араһында кәңәшмә үтте.
Ултырышта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина, мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы советы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, милли-мәҙәни үҙәктәр етәкселәре һәм башҡалар ҡатнашты.
Геннадий Семигин Дәүләт Думаһының Милләт эштәре буйынса комитеты эшмәкәрлеге һәм милли сәйәсәт өлкәһендәге мәсьәләләр, уларҙы хәл итеү юлдарының Рәсәй Федерацияһы субъекттары, милли республикалар менән берлектә табылырға тейешлеге тураһында һөйләне. Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина күп мәҙәнилекте Башҡортостанда йәмғиәттең тәбиғи хәле тип атаны һәм республикала мәғариф өлкәһенең туған телдәрҙең үҫешенә булышлыҡ итеүе тураһында һөйләне.
Милли-мәҙәни үҙәктәр етәкселәре федераль кимәлдә хәл ителергә тейешле бер нисә проблеманы билдәләне. Атап әйткәндә, йәмғиәткә дәүләт үҫешенең конструктив маҡсатына нигеҙләнгән милли идея, патриотик дискурс кәрәк, тип белдерелде. Тел сәйәсәте һәм милли киң мәғлүмәт сараларына ярҙам мәсьәләләре лә ситтә ҡалманы. Шулай уҡ сараһыҙҙан күсеп килгәндәргә ярҙам итеү, башҡа дәүләттәр биләмәләрендә оҙайлы ваҡыт эшләгән граждандарҙы пенсия менән тәьмин итеү һәм башҡалар тураһында һүҙ барҙы.
Парламентарий бөтә һорауҙарға ентекле яуап бирҙе, Дәүләт Думаһындағы Милләттәр эштәре буйынса комитеттың конструктив диалогка һәм уртаҡ эшкә әҙер булыуын белдерҙе.
Геннадий Семигин Өфөгә эш визиты менән килде. Бынан алда депутат Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һәм "Ғәҙел Рәсәй – Патриоттар – Хәҡиҡәт өсөн" партияһы фракцияһы ағзалары менән осрашты.
Сығанаҡ: Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай сайты.