Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Июнь 2022, 22:15

Министрлыҡҡа ниндәй бурыстар йөкмәтелде?

Республика Хөкүмәте Премьер-министры ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү системаһы эшмәкәрлеге буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Министрлыҡҡа ниндәй бурыстар йөкмәтелде?
Министрлыҡҡа ниндәй бурыстар йөкмәтелде?

Андрей Назаров билдәләүенсә, Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы барышында экология мәсьәләләренә арналған секциялар ҙа үткән. Федераль властар ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү һәм уларҙы айырым туплауға күсеү мәсьәләләрен аныҡлаған.

"Форумда Рәсәй экология операторы менән республикала ҡаты муниципаль ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә концессия килешеүе нигеҙендә объекттар булдырыу буйынса юл картаһына ҡул ҡуйҙыҡ. Бында төп бурыс – ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы объекттары өсөн ер участкаларын оператив бүлеү, инвесторҙарға ярҙам күрһәтеү. Улар объекттар төҙөлөшөн киләһе йылда башларға тейеш", – тине Андрей Назаров.

Республикаға федераль бюджет аҡсаһын йәлеп итеү буйынса эштәр, ҡаты муниципаль ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендәге хәҙерге хәл, шулай уҡ быға тиклем бирелгән күрһәтмәләрҙе үтәү тураһында Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов хәбәр итте. "15 июнгә ҡарата республикала граждандарҙың түләүҙәре 87 процент тәшкил итә. Беҙҙә "Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар-Башҡортостан" дәүләт мәғлүмәт системаһы эшләй, ул биләмәләрҙән ҡалдыҡтарҙы сығарыу менән бәйле хәлде аныҡ ваҡытта күҙәтергә мөмкинлек бирә", — тине Нияз Фазылов.

Социаль селтәрҙәрҙәге мөрәжәғәттәрҙе анализлау күрһәтеүенсә, уларҙағы төп тема – сүп-сарҙы ваҡытында сығармау, контейнер һәм контейнер участкаларының торошо, ярамаған урындарҙа сүп-сар өйөмдәре барлыҡҡа килеүе. Йыл башынан система аша 1788 мөрәжәғәт ҡабул ителгән, иң күбе – быйылғы май айында. Был экологик өмәләр ваҡытындағы мәсьәләләр менән бәйле. 2021 йыл менән сағыштырғанда мөрәжәғәттәрҙең дөйөм һаны кәмегән.

Андрей Назаров республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына 2023 йылға ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырым туплау өсөн контейнерҙар һатып алыуға субсидия биреүҙә ҡатнашыу тураһында ғаризаны ваҡытында тапшырыуҙы тәьмин итергә ҡушты.

Шулай уҡ район-ҡала хакимиәттәренә ағымдағы йылдың 1 сентябренә тиклем биләмәләрҙә контейнерҙар ҡуйыуҙы тамамлау бурысы йөкмәтелде.

Сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: