"Бәйләнештә" социаль селтәрендә Ишембай районындағы Этҡол ауылының "Беҙҙең яратҡан Этҡол" төркөмөндә яҙыуҙарынса, 18 июндә Әлиә һәм Ришат Фәхретдиновтарҙың улы Илнур Ватан алдындағы изге бурысын үтәп тыуған ауылына ҡайтҡан.
Ҡуйылған видеояҙмала һалдаттың олатаһы менән йылы осрашыуы күрһәтелгән. Илатырлыҡ был ролик. Илнурҙың олатаһын нисек яратыуы күҙгә бәрелеп тора. Атай-әсәйе улдарында өлкән быуынға ихтирам, хөрмәт тәрбиәләй алған.
Комментарийҙарҙа кешеләр "мең рәхмәт ошондай ул үҫтергән атай-әсәйгә", "ниндәй матур, шатлыҡлы күренеш", "белмәгән, күрмәгән кешеләр булһа ла, ҡыуанып илап алдым", "олатаһын яратыуы, ихтирам итеүе күренеп тора" тип яҙған. Уларға яуап итеп, һалдаттың зат-ырыуынан бер уҙаман "Фәхретдиновтар нәҫелендә малайҙар күп әле армияға бара торған. Һәр бер ғаиләлә малайҙар бар. Ә 3-4 көндән, Алла бирһә, тағы бер улыбыҙ әрменән ҡайтырға йыйына. Иң мөһиме - илдә тыныслыҡ булһын, үҙебеҙ иҫән-һау булайыҡ" тигән.
Беҙ ҙә барлыҡ йылы һүҙҙәргә ҡушылабыҙ!
Фото: vk.com/club169002387?w=wall-169002387_6686%2Fall