Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Июнь 2022, 21:00

"Улымды һатам!.."

Улар балалары алдында даими ыҙғышҡан, эскән, атай кеше наркотик ҡулланған, әсәләре бер нисә көнгә ғаиләһенән сығып киткән. Ә бер көн килеп...

"Улымды һатам!.."
"Улымды һатам!.."

Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең опека һәм попечителлек бүлеге бәлиғ булмаған ике балаға ҡарата ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү һәм алимент түләтеү тураһында дәғүә менән мөрәжәғәт иткән. Сәбәбе – был ир менән ҡатын даими рәүештә ата-әсә бурысын үтәмәй, балаларҙы тәрбиәләүгә битараф, уларҙы тейешенсә ҡарауға саралар күрмәй, спиртлы эсемлектәр менән мауыға.

Бына ошолай башланып киткән рәсми хәбәр артында ике баланың яҙмышы ята. Суд мәғлүмәттәре буйынса, ата-әсәнең йәшәү рәүеше бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия ултырыштарында бер нисә тапҡыр тикшерелгән. Уларҙың балалар алдында спиртлы эсемлектәр эсеүе, атаһының наркотик ҡулланыуы, әсәһенең бер нисә көнгә ғаиләһенән сығып китеүе күрһәтелгән. Ата-әсә даими ыҙғышҡан, балаларҙың мохтажлығына битараф булған. Ә иң ҡурҡынысы – ҡатын социаль селтәрҙәрҙә улының һатылыуы тураһында иғлан һәм фото урынлаштырған. Ата-әсәләр Рәсәй Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексындағы 5.35-се статьяның 1-се өлөшө (“Ата-әсәләрҙең йәки башҡа законлы вәкилдәрҙең бәлиғ булмаған балаларын тәрбиәләү буйынса бурыстарын үтәмәүе”) буйынса административ яуаплылыҡҡа тарттырылған булған.

“Яуап биреүселәрҙең был эште ҡараған саҡта фатирға күсеү, ремонт яһау, эшкә урынлашыу, ҙур ғаилә булып йәшәү хаҡында уйлауҙары тураһында дәлилдәре нигеҙһеҙ булып сыҡты, улар бер нисек тә раҫланмаған. Суд ултырышына яуап биреүселәр килмәне, – тип хәбәр иттеләр судтың матбуғат хеҙмәтенән. – Ике яуап биреүсене лә ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм итеү, яуап биреүселәрҙән бәлиғ булмаған балаларҙы ҡарау өсөн төбәктә 0,5 йәшәү минимумы күләмендә алимент түләтеү, ай һайын артабан индексациялау тураһында ҡарар ҡабул ителде”.

Бәлиғ булмаған балаларҙы артабан урынлаштырыу өсөн Октябрьский хакимиәтенең опека һәм попечителлек бүлегенә тапшырғандар.

Фото: vr-vyksa.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: