Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Июнь 2022, 12:30

Ярҙамсыллыҡ беҙгә хас

Донбасcҡа 11-се гуманитар ылау юлланды.

Ярҙамсыллыҡ беҙгә хас
Ярҙамсыллыҡ беҙгә хас

Бөгөн Башҡортостан Донбасcҡа 11-се гуманитар колоннаһын оҙатты. “Торатау” конгресс-холы алдындағы майҙандан Луганск Халыҡ Республикаһына туғыҙ йөк машинаһы юлланды.

Гуманитар йөктө оҙатыу уңайынан уҙған тантаналы сарала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин, Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов ҡатнашты.

“Бөгөн сираттағы почетлы миссияны башҡарабыҙ, 11-се гуманитар ылау беҙҙең дуҫ республикаларға юллана. Был йөк социаль инфраструктураны тергеҙеүгә йүнәлтеләсәк. Уны  туплауға һәм ебәреүгә үҙ өлөшөн индергәндәргә, ярҙам ҡулы һуҙғандарға рәхмәт белдерәм. Беҙҙең төбәккә изге йолалар хас, кемгәлер ярҙам кәрәк ваҡытта бер ҡасан да ситтә ҡалмайбыҙ”, - тине Максим Забелин.

Был юлы гуманитар йөккә 146 тонна  төҙөлөш материалдары тупланды. Улар  Луганск Халыҡ Республикаһындағы генерал-майор М.М. Шайморатов исемендәге 22-се Петровский мәктәбен капиталь ремонтлауға йүнәлтелә.

 

Ярҙамсыллыҡ беҙгә хас
Ярҙамсыллыҡ беҙгә хас
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: