Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Июнь 2022, 16:00

Йылайыр ҡатын-ҡыҙҙары сәскә ултыртты

Матур традицияға әйләнә барған акция быйыл да ойошторолдо.

Йылайыр ҡатын-ҡыҙҙары сәскә ултыртты
Йылайыр ҡатын-ҡыҙҙары сәскә ултыртты

Йылайыр районы үҙәге Йылайыр ауылы күҙҙең яуын алырлыҡ матур сәскәләргә күмелде. Ошо көндәрҙә бында матур йолаға әйләнә барған “Йылайыр ҡатын-ҡыҙҙары - тыуған ауылдың матурлығы өсөн” акцияһы үтте.

Төрлө ойошма, учреждениела эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар үҙәк майҙандағы түтәлдәргә, районға ингән ерҙә петунияның төрлө сорттарын ултыртты. Был эштәрҙе атҡарып сығыуҙа бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән эшҡыуар Юлиә Сәйфетдиноваға ҙур рәхмәт әйтте сарала ҡатнашыусылар.

Йылайыр яғына юлығыҙ төшһә, ундағы матурлыҡҡа һоҡланмай үтмәгеҙ, ти райондың гүзәл заттары.

Фото: Йылайыр район хакимиәте сайтынан.

Йылайыр ҡатын-ҡыҙҙары сәскә ултыртты
Йылайыр ҡатын-ҡыҙҙары сәскә ултыртты
Йылайыр ҡатын-ҡыҙҙары сәскә ултыртты
Автор:Карима Усманова
Читайте нас в