19 июндә Үзбәкстандың Ташкент ҡалаһында Башҡорт ижтимағи-мәҙәни үҙәгенең 30 йыллығына арналған һабантуй үтте. Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, республика Башлығының мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәтен үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Радик Юлъяҡшин, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡатнашты.
Азат Бадранов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сәләмләү хатын уҡып ишеттерҙе, Башҡорт ижтимағи-мәҙәни үҙәге вәкилдәренә дәүләт һәм ведомство наградалары тапшырҙы.
Һабантуй барышында 17-19 июндә милли музыка ҡоралдарында уйнау, башҡорт милли кейемен әҙерләү, уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолғайны. Ижади семинарҙарҙы рәссам, этнограф Сәлимә Усманова, ҡурайсы, ҡумыҙсы, хореограф Рәйес Низаметдинов һ.б. алып барҙы.
Башҡорт тирмәһендә Рәсәйҙең Үзбәкстандағы илсеһе Олег Мальгинов, Үзбәкстан Министрҙар советының милләт-ара мөнәсәбәттәр һәм сит илдәр менән бәйләнештәр комитеты рәйесе Рөстәмбәк Ҡорбанов һәм башҡа ҡунаҡтар булды.
“Радий Хәбировҡа рәхмәтебеҙ сикһеҙ, – тине Башҡорт ижтимағи-мәҙәни үҙәге рәйесе урынбаҫары Фина Нәбиева. – Уның бында яңыраҡ килеп ҡайтыуы, иғтибары башҡорт диаспораһына яңы һулыш өрҙө, ҡанатландырып, дәртләндереп ебәрҙе”.
Милли байрам Башҡортостан сәнғәт оҫталары концерты менән тамамланды.
Фото: Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы матбуғат хеҙмәте.