Һабантуйҙар – йылына бер тапҡыр уҙғарыла торған, барлыҡ халыҡ көтөп алған байрам. Уҙған шәмбе Ишембай районында ла бик матур итеп үтте ул. Көндөң ҡояшлы, матур тороуы менән генә түгел, быйыл Аҙнай ауылы эргәһендәге йәмле урында ойошторолоуы менән дә үҙенсәлекле булды.
Һәр ауыл Советынан төрлө тармаҡ уңғандарының тантаналы парады менән башлау хеҙмәт алдынғыларына дан һәм хөрмәтте сағылдырҙы. Һабантуй – иң элек яҙғы баҫыу эштәренең һөҙөмтәһен барлау, ялан батырҙарын ҙурлау сараһы. Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов иң элек башҡарылған эштәргә байҡау яһаны.
Техниканы һәм башҡа әҙерлек сараларын ваҡытында хәстәрләү сәсеү кампанияһын ойошҡан рәүештә үтәп сығырға булышлыҡ иткән. Сәсеү эштәре 26 мең гектар майҙанда башҡарылһа, шул иҫәптән иген культуралары 20 мең гектарҙы биләй. Әлеге көндә ауыл хеҙмәтсәндәре сәсеүлектәрҙе тәрбиәләү менән мәшғүл. Яҙғы баҫыу эштәрендә яҡшы һөҙөмтә күрһәтеүсе хужалыҡтар рәтендә – “Лейтер Е.Г.”, “Едих Е.В.”, “Привалов А.З.”, “Искәндәров Т.Т.”, “Шәһиев Ғ.Х.” крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, “Победа”, “Интернационал”, “Уңыш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре.
Төрлө тармаҡ хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде байрамда – Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнеүселәр сәхнә түрен йәмләне.
Майҙанды йәмләп төрлө ауылдарҙың тирмәләре урын алды. Уларҙа йолалар ҙа күрһәтелде, аш-һыу ҙа сағылды, йыр-моң да яңғыраны. Тирмәләр конкурсы уҙғарыу ҙа – һабантуйҙың йолаға әүерелгән сараһы. Ярыш-уйындар ҙа гөрләп торҙо. Ат сабышы, көрәш майҙандары үҙ ҡыҙыҡһыныусыларын йыйҙы. Милли көрәш балалар араһында ла, ир-егеттәр араһында ла ҡыҙыу барҙы.
Милли көрәш батыры исеменә Ишембайҙан ғына түгел, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Күгәрсен, Ейәнсуранан барлығы 50-гә яҡын ир-егет алышты – 60, 70, 75, 80, 85 һәм 85-тән юғары ауырлыҡ үлсәмендә еңеүселәр билдәләнде. Улар – Линар Батыршин, Марсель Фәйзуллин, Алмаз Кирәев, Айнур Кинйәбәев, Марсель Сырлыбаев, Рөстәм Заиров. Ә бына абсолют еңеүсе исеменә Айнур Кинйәбаев лайыҡ булды. Еңеүселәр йолаға ярашлы һарыҡ менән бүләкләнде.
– Еңеүселәрҙең барыһының да Ишембай спорт мәктәбендә шөғөлләнеүселәр булыуы ҡыуаныслы. Спорт менән дуҫ булыу үҙ һөҙөмтәһен бирә. Мәктәп йәшенән үк көрәшкә иғтибарҙы йүнәлтеү мөһим, – тине ярыштың баш судьяһы, ҡаланың спорт мәктәбе тренеры Марат Зарипов.
Ниндәй генә һабантуй йыр-бейеүһеҙ үтһен?! Мәҙәни коллективтар ҙа етерлек Ишембайҙа! “Берғамыт” халыҡ бейеүҙәре ансамбле, “Алтынай”, “Аҡбуҙат” балалар бейеү коллективтары, “Юрматы” башҡорт фольклор ансамбле һәм башҡа бик күптәр һабантуй ҡунаҡтарының күңелен күтәрҙе.
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА
Ишембай районы.