Ғафури районының Оло Үтәш ауылында өлгөлө, уңған, күп балалы ғаиләләрҙең береһе Финзирә менән Венер Бәшәровтар, 30 йыл татыулыҡта ғүмер итеп, биш балаға ғүмер биргән. Йорт хужабикәһе Финзирә – ҡала ҡыҙы. Бынан өс тиҫтә йыл элек Оло Үтәшкә килен булып төшөп, хәҙер үҙ кешегә әйләнгән.
Ҡала ҡыҙы нисек ауылды үҙ иткән һуң, тиһегеҙме? Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Рәйфә менән Фәнил Әминевтәрҙең берҙән-бер ҡыҙы бәләкәй сағынан Оло Үтәш ауылында йәшәгән Мәрйәм нәнәйенә ҡунаҡҡа килеп йөрөгән. Ул ауылдың ҡаланыҡына оҡшамаған һил, тыныс мөхитенә, саф һауаһына мөкиббән була. Ғүмерлек мөхәббәтен – тормош юлдашын да ошонда осрата, ауыл егете Венер менән өс йыл дуҫлашып йөрөй, 1992 йылдың йәмле йәйендә һөйөү утында янған ике йәш йөрәктең гөрләп туйҙары үтә.
Ауыл тормошон үҙ иткән ҡала ҡыҙы менән ауыл егете ошонда төпләнергә була һәм бына 30 йыл инде татыулыҡта ғүмер йомғағын һүтәләр. Ғаиләле булып йәшәүҙәренә өс йыл тигәндә, үҙ нигеҙҙәрен булдырып, өй туйлайҙар. Шатлыҡ өҫтөнә бәхет өҫтәп, 1993 йылда мөхәббәт емештәре – тәүге улдары Илһам, йәнә өс йылдан Илдар донъяға ауаз һала. 2000 йылда ҡыҙҙары Резедаға атай-әсәй булалар. Туғыҙ йыл үткәс, Фирүзә тыуа һәм, ағай-апайҙары тыуған ояларын ҡалдырып, үҙаллы тормошта йәшәй башлағас, кескәй ҡыҙҙары яңғыҙы үҫмәһен тип, уға иптәшкә йәнә бер ҡыҙ алып ҡайталар. Шулай итеп, иң кесеһе Светлана ишле ғаиләлә бишенсе бала булып донъяға килә. Ҡыҙҙар Еҙем-Ҡаран мәктәбендә 6-сы һәм 3-сө класта уҡый. Балаларының өлкәндәре үҙ ғаиләләре менән Өфөлә йәшәй, атай-әсәйҙәренә бер ейәнгә, ике ейәнсәргә олатай-өләсәй булыу бәхетен татытҡандар.
Улдарының өлкәне 18-се дауаханала – тракторсы, кесеһе такси хеҙмәтендә эшләй, Резедалары медучилище тамамлаған, әле ул – республика балалар дауаханаһында шәфҡәт туташы. Ҡала ҡыҙы хәҙер кинәнеп башҡортса һөйләшә, балалары ла башҡорт мөхитендә тәрбиәләнә. Ишле балаларға ғүмер бүләк итеп, уларға үҙ өлгөһөндә матур тәрбиә орлоҡтары сәскән Финзирә Фәнил ҡыҙы 2015 йылда “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән.
Ғаилә башлығы Венер Биктимер улы, Оло Үтәш ауылында тыуып үҫеп, өс тиҫтә йыл ғүмерен “Ағиҙел” колхозында механизатор һөнәренә бағышлаған. Улдары ла, атайҙарынан күреп, техникаға тартылған. Хужалыҡ тарҡалғас, шәхси предприятие асып, биш йыл инде ирле-ҡатынлы Бәшәровтар ярҙамсы хужалыҡтарында эшмәкәрлек алып бара, үҙҙәренән һәм ауылдаштарынан артҡан һөттө йыйып, Еҙем-Ҡарандағы Ибраһимовтарҙың предприятиеһына тапшыра.
Бәшәровтарҙың крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында малдары ла ишле, һауын һыйырҙары – дүрт баш, тағы таналар, башмаҡтар, ҡолондары менән йылҡы малы тиҫтәләп баш иҫәпләнә. Малдарын йылдан-йыл ишәйтә баралар. Ҙур, иркен һарай, ялан кәртә, техника өсөн гараж да төҙөгәндәр. Ишле малға аҙыҡ әҙерләү өсөн бар техникаһы ла үҙҙәренеке. Тап ошо малдан килгән аҡсаға “МТЗ-82” тракторын яңыртҡандар, сапҡыс, йыйғыс, төргәкләгесте лә хәстәрләгәндәр. Йомош-юлға йөрөү өсөн “Лада-Гранта” еңел автомашиналары бар.
– Ауылда йәшәй башлағанда мал ҡарай ҙа, һыйыр һауа ла белмәй инем, барыһына ла өйрәндем, бер эштән дә ҡурҡмайым, һыйыр ҙа һауам, ағын эшкәртеп, төрлө ризыҡ та әҙерләйем, йөн дә иләйем, бәйләм дә бәйләйем, тегәм дә, заманында балаларға бер нәмә лә һатып алманым, үҙем тегеп кейҙерә инем, эште ирҙәрҙекенә, ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡына бүлмәйем, хатта тракторҙы ла ирем менән бергә ремонтлайбыҙ, – тине Финзирә, ҡәнәғәт йылмайып.
Һәр ғаиләнең күркәмлеге, бәхете лә – татыулыҡта, бер-береңде аңлап, тормоштан кинәнес табып йәшәүҙә. Бәшәровтар быға өлгәшә алған. “Иң мөһиме – бер-береңә хөрмәт күрһәтеп һәм аңлашып, терәк-таяныс булып, кәңәшләшеп, уртаҡ фекергә килеп йәшәү, шундай сифаттар ғаиләне ныҡлы һәм берҙәм, татыу итә лә инде”, – ти улар.
Индира ИШКИНА
Ғафури районы.