Флүрә Маликованы, “Баҙал” әҙәби берекмәһенең әүҙем ағзаһын, тыуған яғында “бөгөнгө көн сәсәниәһе” тип йөрөтәләр. “Көнүҙәк темаға яҙылған дан шиғырҙары менән ул халыҡ араһында танылыу яуланы”, – ти күренекле шағирә Айһылыу Ғарифуллина. Флүрә апай “Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә" сайтындағы төркөмөндә үткәрелгән " Яҙғы моңдар" шиғриәт конкурсында 3-сө урын яулағайны. Тос фекерле шағирә баҫманың Дипломы һәм автографлы китап менән бүләкләнде.
“Осҡон” өлгөлө балалар бейеү ансамбленең сығышын ҡарап туймаҫлыҡ. Ысынлап та, баҫҡан ерендә осҡон сәсрәтеп, дәртле бейейҙәр! “Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә" сайтындағы төркөмөндә үткәрелгән бейеү коллективтары конкурсында улар 3-сө урын алды.
Гүзәл Тренкина тиҫтә йыл инде Иҫке Собханғол ауылында почтальонка булып эшләй. Бөрйән районы почта бүлеге етәксеһе Нәркәс Баймырҙина әйтеүенсә: “Гүзәл Дамировна аш яуһа ла, таш яуһа ла кешеләргә хатты, гәзитте алып барып еткерә. Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу осоронда ла тырышып эшләй”. Гәзитебеҙҙең күптәнге дуҫы икәнен иҫәпкә алып, уңған хат ташыусыға бүләк тапшырҙыҡ.
Ихлас ҡотлайбыҙ, дуҫтар! Тормошоғоҙ һәр саҡ әлегеләй йәмле, илһамлы булһын!