Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә пост ҡалдырҙы. Унда ул республикабыҙҙың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары эшен юғары баһалаған.
“Беҙҙең НКО-шниктарға – афарин!
Башҡортостан Мәскәү һәм Санкт-Петербург менән бергә Рәсәй Президенты гранттары конкурсы еңеүселәре исемлеген етәкләне. Ике баш ҡаланан тыш, тап беҙҙең төбәктең коммерцияға ҡарамаған ойошмалары иң күп грант отҡан – 148 һәм 160 миллион һумға яҡын аҡса алған.
Президент гранттары фонды конкурсында беҙ һәр саҡ яҡшы суммалар отабыҙ, әммә быйыл – айырыуса тырыштыҡ. Дөйөм алғанда республиканан 1097 заявка тапшырылған. Уларҙың һәр етенсеһе финанслау алды. Улар араһында – “Йәш этнополитолог мәктәбе” кеүек ҡиммәтле (7,9 миллион һум) һәм бюджет проекттары, мәҫәлән, “Әсә һәм бала. Мәктәпкә әҙерлек сиктәрендә ҡоро ерҙә һәм һыуҙа дәрестәр аша 6-7 йәшлек балаларҙа сколиозды иҫкәртеү” (195 мең һум) бар.
Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға был эштә беҙҙең коммерцияға ҡарамаған ойошма-десантыбыҙ – Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы аппаратының Ресурс үҙәге эксперттары эскерһеҙ ярҙам итә.
Өфөнән тыш, быйыл сифатлы проекттар менән Ғафури районы һәм Сибай ҡыуандырҙы. Йылдан-йыл күпселек райондар федераль гранттарға ғаризалар тапшыра.
Федераль грант конкурстарында көсөн һынап ҡарамағандарға Президентскиегранты.рф сайтын өйрәнергә кәңәш итәм.
Йәмғиәт өсөн изге һәм файҙалы эштәргә аҡса һорарға оялмағыҙ, фондтар ошоноң өсөн эшләй ҙә. Сентябрҙә яңы ғариза кампанияһы асыла. Шулай булғас, ҡыйыу булығыҙ!” - тип яҙҙы ул.
Фото: "Бәйләнештә".