Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Июнь 2022, 18:08

Хоҙай бүләге

Ҡәйнә-килен татыулығы йортҡа нур өҫтәй.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Ҡырмыҫҡалы районының Ҡустығол ауылында йәшәгән Әнисә Хөсәйенова тураһында яҙырға барғас, ул беҙҙе ишек төбөнән үк исемдәребеҙҙе әйтеп ҡаршы алды. Аптыраулы ҡарашыбыҙҙы күреп: “Эйе, эйе, барығыҙҙы ла танып-белеп торам, гәзитегеҙҙәге бөтә мәҡәләләрҙе башынан аҙағынаса уҡыйым, уларҙы яҙған авторҙарҙың да исемдәрен иҫемдә ҡалдыра барам”, – тине теремек инәй.

Өлкән йәштәгеләр менән осрашып, һөйләшеп ултырыу – үҙе бер ғүмер. Шаян, йор һүҙле Әнисә Мөхәмәтйәр ҡыҙының да ғүмер юлы бер китап яҙырлыҡ. Ул 1962 йылда Сахай ауылынан килен булып төшә. “Беҙҙең заманда ҡыҙҙарҙы урлап алып ҡайталар ине. Әхирәттәремде урлап бөтһәләр ҙә, мине егетем йыл буйы күҙләп йөрөп тә, урлай алманы. Һуңынан әсәһе менән килеп, һөйләшеп алып ҡайтты”, – тип көлөп иҫкә алды ул.

Килен булып төшөүенә бәйле тағы ла бер ҡыҙыҡлы хәлде һөйләне ҡатын. Ҡәйнәһе уларҙың никахы алдынан төш күргән: ап-аҡ йылан йорт нигеҙенә шыуышып инеп киткән. “Шул йылан мин булғанмындыр инде, ни тиһәң дә, ошо нигеҙҙе һыуытмайынса 60 йыл ғүмер итәм бит”, – тине инәй, ихлас көлөп.

Ҡәйнәһе Шәмсеҡәмәр Мөхәмәтфазыл ҡыҙы Үтәгән ауылынан Хөрмәтулла Ғатаулла улына тормошҡа сыға, әммә ире Ленинград блокадаһында һәләк булып ҡалғас, ике балаһын алып, тыуған ауылы Ҡустығолға ҡайта. Балаларын яңғыҙы аяҡҡа баҫтырып, башлы-күҙле итеү өсөн ал-ял белмәй эшләй ул, шуға күрә үҙе лә килене Әнисә һәм улы Ғиндулланың ғаиләһендә иң ҡәҙерле кеше була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улы Ғиндулланың ғына ғүмере иртә өҙөлә: йәшнәтеп донъя көтөр сағында ғәзиздәре, трактор менән ауып, фажиғәле вафат була.

Әнисә Мөхәмәтйәр ҡыҙы ире менән ун бер йыл ғына йәшәп ҡала. Утыҙ ике генә йәшендә береһенән-береһе бәләкәй өс бала менән ҡалған тол ҡатынға әлдә ҡәйнәһе ныҡлы терәккә әйләнә.

 – Өлкәненә – ете, уртансыһына – алты, иң кесеһенә ике генә йәш ине. Уларҙы ҡәйнәмә ҡалдырып, эшкә йөрөй торғайным. Үткер, сая булдым, ҡәйнәм аш-һыу тирәһендә уралһа, мин ир-ат эшен башҡара инем. Бер кемдән дә кәм-хур донъя көтмәнек, – ти инәй. – Бар белгәнем балаларым булды. Уларҙы ел-ямғыр тейҙермәй, матур тәрбиә биреп үҫтереү өсөн бөтә тырышлығымды һалдым. Ҡәйнәмә ярҙамы өсөн әле булһа рәхмәтлемен, – тип дауам итә мәҡәләм геройы.

Эйе, Әнисә Мөхәмәтйәр ҡыҙын, ире яҡты донъянан китеп барғандан һуң, туғандары “тыуған ауылыңа ҡайт” тип өгөтләһә лә, ҡәйнәһен ҡалдырып китергә риза булмай. Ни күрһәк тә, бергә күрербеҙ, тип килен булып төшкән нигеҙҙе ҡалдырып китмәй. Үҙе ир ҙә, ҡатын да булып, мал-тыуар аҫрап, баҡса үҫтереп, колхозда иртә таңдан ҡараңғы төнгә тиклем сөгөлдөр баҫыуында эшләп, ең һыҙғанып донъя көтә. Ҡәйнәһе менән әсәле-ҡыҙлы кеүек бик татыу йәшәйҙәр. Шәмсеҡәмәр инәй 93 йәшенә етеп, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп, ейән-ейәнсәрҙәренең туйҙарын күреп, бәхетле ҡартлыҡ кисереп, донъя ҡуя.

Ҡәйнәһенә хөрмәт күрһәткәнгәлер ҙә, Әнисә инәй үҙе лә килененән бик уңа. Улы Рәшит Өфө ҡалаһы ҡыҙы, шәфҡәт туташы булып эшләп йөрөгән Рәмиләне оҡшатыуын белеп ҡалғас та, Әнисә Мөхәмәтйәр ҡыҙы йәштәргә фатихаһын бирергә ашыға. Һәм һис яңылышмай, бына 30 йыл инде улар бер ҡыйыҡ аҫтында татыу ғүмер итә.

Эйе, килен һәм ҡәйнә татыулығы өйҙө йылыта, йортҡа нур өҫтәй, балаларҙы ихтирам-хөрмәткә өйрәтә, быуындар сылбырын нығыта. Атай-әсәй нигеҙендә ҡалып, өлкәндәргә тәрбиә күрһәтеп йәшәгән ғаиләләр бәрәкәтле тормошта, оҙон-оҙаҡ ғүмер итә. Был – уларға Хоҙай бүләге!

 
Гөлсәсәк АЛАСОВА

Ҡырмыҫҡалы районы.

Читайте нас: