Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Июнь 2022, 20:00

“Ике сәбәптән иланым...”

Әхмәр Үтәбай ни өсөн илаған?

“Ике сәбәптән иланым...”
“Ике сәбәптән иланым...”

Шағир, журналист Әхмәт Ғүмәр-Үтәбай “Мең дә бер күҙәтеүем” тип аталған яҙмаларында сираттағы күҙәтеүе менән уртаҡлашты.

“Ете ҡыҙ” бейеүен тағы ла күҙгә йәш алып ҡараным. Был хаҡта яҙғаным да булды: ҡаҙаҡ ғалимы һәм яҙыусыһы Әбделйәмил Нурпеесов Мостай Кәримдең юбилейына килгәндә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә ошо бейеүҙе ҡарағанда: "Башҡорт бейеүе дәртле, ә ниңә быныһы шулай һәлмәк?" – тигән һорау биргәйне. Уға йырҙың ҡаҙаҡтарға бәйле тарихын ҡыҫҡаса һөйләп, ҡыҙҙарҙың табандарын ярып ҡыл һалыныуы сәбәпле бейеүҙә һыҙланыу бар, тинем. Шул саҡ ҡаҙаҡ ғалимы: “Бөйөк һыҙланыу, бөйөк сәнғәт, бөйөк халыҡ!” – тип һоҡланыуын белдергәйне. Шуға күрәлер ҙә, был бейеүҙе ҡарағанда күҙгә йәш үҙенән-үҙе тулыша.

Был юлы иһә икенсе сәбәптән дә иланым. Был "Ете ҡыҙ"ҙың береһе булып ҡыҙым Тамсы ла бейей. Сабый күреп иркәләп тә өлгөрмәнем, үҫте лә етте ҡыҙым!” – тип яҙҙы яҙыусы.

Фото: vk.com/ishtanova

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: