“Граждандар форумында ҡатнашыусыларҙы ихлас тәбрикләйем, һеҙҙең менән ғорурланам һәм хеҙмәтегеҙ, битараф булмауығыҙ, әүҙемлегегеҙ өсөн ихлас рәхмәтемде белдерәм. Һеҙ һәр саҡ беренселәрҙән булып ярҙамға киләһегеҙ, тормошто сағыуыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ һәм изгерәк итәһегеҙ. Республикала граждандар әүҙемлегенең йылдан-йыл арта барыуы минең өсөн бик мөһим.
Республикабыҙ коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һаны һәм йәмәғәт әүҙемселәре һаны буйынса илдәге тәүге биш төбәк иҫәбенә инә. Бер нисә йыл эсендә беҙ Рәсәй Президентының һәм республикабыҙҙың миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән гранттарын йәлеп иттек. Был – бик шәп социаль проекттарҙы артабан тормошҡа ашырыу өсөн яҡшы башланғыс. Коммерцияға ҡарамаған сектор үҫешенең яңы ҡоралдарын әҙерләйәсәкбеҙ. Шул иҫәптән граждандар форумы даирәләрендә лә, әйткәндәй, артабан ул йәнә йыл һайын ойоштороласаҡ. Муниципаль кимәлгә айырыуса ҙур иғтибар бүләбеҙ, ҡалаларыбыҙҙа һәм райондарыбыҙҙа коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам итеү программаһын яңыртабыҙ һәм көсәйтәбеҙ”, – тиелде уның сәләмләүендә.
Радий Хәбиров белдереүенсә, бынан ары беҙҙә “Башҡортостан Республикаһында граждандар йәмғиәтен үҫтереү өсөн” тигән почетлы билдә булдырыласаҡ. Уға лайыҡ булғандарға премия түләнәсәк.
Кешеләрҙә тотороҡлолоҡҡа, үҫешкә һорау ҙур
Сараға йыйылыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев сәләмләне.
– Республикабыҙҙа коммерцияға ҡарамаған секторҙың күп булыуы, башҡарма власть органы, республика Башлығы яғынан ул килгәндән алып был йүнәлештең тиҙ арала хупланыуы ҡыуаныслы. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы кеүек институттар көсәйҙе, яңылары – Кеше хоҡуҡтары буйынса совет, яҡшы грант операторы – Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды йәки Башҡортостан Башлығы гранттары фонды – барлыҡҡа килде. Ул 2020 йылдан тап коммерцияға ҡарамаған сектор араһында республика Башлығы гранттарын бүлеүгә объектив ҡарай, фонд иң яҡшы грант операторҙарының береһе тип танылды, – тине ул.
Урал Килсенбаев Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙанынан килгән яҡшы яңылыҡ менән дә уртаҡлашты.
– Петербург иҡтисади форумында етәксебеҙ Президент гранттары фонды етәксеһе менән килешеүгә ҡул ҡуйған тәүге төбәк булыуыбыҙға шатбыҙ. Был гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү өсөн өҫтәмә стимул булыр тип уйлайым. Был беҙҙең өсөн бик мөһим, беҙҙең коммерцияға ҡарамаған секторыбыҙ өсөн икеләтә яуаплылыҡ ята. Ошо фонд аша бүленгән гранттар буйынса федераль аҡсаны күберәк алырбыҙ тип ышанабыҙ, – тине ул.
Шулай уҡ форумда ҡатнашыусыларға Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты эксперты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова мөрәжәғәт итте.
– Әле илдә һәм тотош донъяла ябай булмаған осор. Беҙгә бөгөн йәмәғәт ойошмалары, дәүләт власы органдары берләшһен, дөйөм бурыстарҙы үтәһен өсөн һис ҡасан булмағанса тупланырға кәрәк. Кешеләрҙә булған ихтыяж – тотороҡлолоҡҡа, үҫешкә ихтыяж ул. Йәмәғәт ойошмалары – дәүләт ҡулы етмәгән урындарҙа, локаль, әммә бик мөһим мәсьәләләрҙе хәл иткән, айырым эшләргә кәрәк булған маҡсатлы төркөмдәр менән эшләгән кешеләр, әүҙем ағзалар. Барығыҙ ҙа проекттарҙы тормошҡа ашырыу серҙәренә төшөнәһегеҙ, дәүләт ярҙамы ла күрһәтелә, – тип билдәләне Эльвира Айытҡолова.
Ярҙам дәррәү йыйылды
Форум бик әүҙем барҙы. Иртәнсәктән алып интерактив майҙансыҡтар – Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының һәм Кеше хоҡуҡтары буйынса советтың ҡабул итеү бүлмәһе, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың иң яҡшы тәжрибәләре һәм граждандар башланғыстары күргәҙмәһе ойошторолдо. Конгресс-холл алдында Луганск Халыҡ Республикаһында йәшәүселәр өсөн гуманитар ярҙам ҡабул итеү буйынса акция барҙы. Бында йәмәғәт ойошмалары ла, эшҡыуарҙар, ябай кешеләр ҙә ярҙам күрһәтте һәм уларға кәрәкле әйберҙәр килтерҙе. Ярҙамды йыйыу иртәнге туғыҙҙан киске бишкә тиклем барҙы. Унда йәмғеһе тоннанан ашыу оҙайлы һаҡланған продукттар һәм көндәлек тормошта кәрәкле тауарҙар йыйылды.
Республиканың ҡала һәм райондары вәкилдәре лә әүҙем ҡатнашты. Мәҫәлән, Ғафури районы умартасыһы Рифғәт Мөлөков туғандаш республикаларҙа йәшәүселәргә 500 килограмм бал тапшырған. Йыйылған хәйриә ярҙамы сираттағы гуманитар конвой менән Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһына оҙатыласаҡ.
– Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәгенең мәғлүмәттәренә ярашлы, илебеҙҙә йәшәүселәрҙең күпселеге Рәсәй Президентының Донбасс республикаларына ярҙам күрһәтеү буйынса ҡарарын хуплай. Бөгөн Башҡортостанда йәшәүселәрҙең гуманитар ярҙам йыйыу акцияһындағы әүҙемлеге – ил етәкселегенең Украинаның көньяҡ-көнсығышында алып барған эшмәкәрлегенә теләктәшлек белдереү һәм туғандаш республикалар халҡына туранан-тура ярҙамын дәлилләү ул, – тип билдәләне Халыҡ фронтының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Виталий Брыкин.
Шулай уҡ көн дауамында бик күп белем биреү майҙансыҡтары эшләне, уларҙа түңәрәк өҫтәлдәрҙә власть, бизнес һәм йәмғиәт диалогы, балалар, йәштәр хәрәкәте, ирекмәнлек кеүек бихисап көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде.
Кис форумға йомғаҡ “Граждандар башланғыстары: яңы мөмкинлектәр” пленар ултырышында яһалды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың тәүге форумы 2014 йылда үткәрелгәйне. Аҙаҡ ул йыл һайын ойошторолдо һәм һуңғы ике йылда пандемия сәбәпле кисектерелеп торғайны. Бынан ары уны йәнә йыл һайын үткәрергә тигән ҡарар ҡабул ителде.
Илһөйәрлек – бөгөнгө мөһим саҡырыу
Өфөлә уҙған Граждандар форумы сиктәрендә “Яңы заман шарттарында илһөйәрлек” тип аталған түңәрәк өҫтәл үтте, уны Халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе ойошторҙо. Майҙансыҡтың эшендә Дәүләт Думаһы депутаттары Эльвира Айытҡолова, Ольга Занко, Рима Баталова, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Тамара Танһыҡҡужина һәм Эдуард Сәйетбатталов, Халыҡ фронтының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Виталий Брыкин ҡатнашты.
“Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы” дөйөм Рәсәй хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе етәксеһе Вадим Курилов, Краснокама районы муниципаль район Советы секретары Алексей Горбачев, “БР Десант ғәскәрҙәре һәм махсус тәғәйенләнештәге отряд ветерандары” ойошмаһы рәйесе Марат Әҙеһәмов йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
“Бөгөн беҙҙең патриотик тойғоларыбыҙ ныҡлыҡҡа тикшерелә. Махсус хәрби операция шарттарында ҡайһы бер мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, спортсылар һәм сәйәсмәндәр ил мәнфәғәттәре өсөн шәхси именлекте ҡорбан итергә әҙер булмауҙарын күрһәтте. Беҙ барыбыҙ ҙа хәрби низағтарға һәм халыҡ-ара бәйләнештәр өҙөлөүгә ҡаршы, бер кем дә ҡан ҡойошто теләмәй. Ләкин беҙҙең илде ҡаты һайлау алдында ҡуйҙылар. Махсус операция Рәсәй мәнфәғәттәрен яҡлауҙың һәм Донбасста йәшәүселәрҙе яҡлауҙың берҙән-бер ысулы булды. Бындай шарттарҙа патриоттар саҡырыуҙы ҡабул итә һәм бөтә ил мәнфәғәтендә эшләй. Башҡаса мөмкин түгел”, – тип билдәләне сәләмләү һүҙендә Дәүләт Думаһының Граждандар йәмғиәтен үҫтереү, йәмәғәт һәм дини берләшмәләр мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе Ольга Тимофеева.
Алексей Горбачев йыйылыусыларҙы Краснокама районында тормошҡа ашырылған эҙмә-эҙлекле гражданлыҡ-патриотик тәрбиә биреү проекты менән таныштырҙы.
“Эшмәкәрлекте бер тапҡыр үткәрелә торған саралар ярҙамында түгел, ә көндәлек ентекле эш алып барыу юлы менән тормошҡа ашырыу беҙҙең төп йүнәлеш булып тора. Беренсе кластан алып бөтә уҡыусылар ҙа эшмәкәрлектең төрлө өлкәләрендә үҙаллылыҡты һәм уңыштарға өлгәшеүҙе асыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлеккә ҡушыла. Беҙҙең тәжрибә, айырыуса хәҙерге шарттарҙа, республиканың башҡа муниципалитеттарына ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле булыр, республика патриотик тәрбиә биреү системаһында мөһим звеноға әүерелер тип ышанабыҙ”, – тип һөйләне Алексей Горбачев.
Дәүләт Думаһы депутаты, Халыҡ фронты эксперты Эльвира Айытҡолова, бөгөн патриотизм һәм патриотик тәрбиә темаһы бөтә ерҙә лә яңғырай һәм көнүҙәккә әүерелде, тине.
“Ләкин беҙгә саралар иҫәбе артынан ҡыумау, ә сифат өҫтөндә эшләү мөһим. Беҙ балаларыбыҙҙы, мәғариф системаһын үҙ мәнфәғәттәрен күҙ уңында тотҡан, ниндәйҙер проекттарҙы бойомға ашырған башҡа илдәрҙәге коллегаларыбыҙға, интернетҡа ҡорбан иттек. Хәҙер беҙҙең бурыс – был хәлде тиҙ арала төҙәтеү. Шуға күрә бергәләп эшләргә кәрәк. Бер яҡтан, ҡабатламаҫҡа, күп һанлы проекттар эшләмәҫкә. Икенсе яҡтан, йәмәғәт ойошмаларын һәм власты көсәйтеү талап ителгән ҡайһы бер эштәрҙе күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа”, – тип билдәләне Эльвира Айытҡолова.
Зариф БАЙҒУСҠАРОВ, Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостандың ир-егеттәр советы рәйесе :
– Һуңғы бер нисә тиҫтә йылда йәмғиәтебеҙҙә үҙгәрештәр бара. Күреүебеҙсә, ир-аттың баһаһы кәмей. Атайҙар улдары менән эшләп еткермәй. Һөҙөмтәлә етемдәр, айырылышыуҙар арта, алимент түләмәй ҡасып йөрөгәндәр күп. Шуға күрә беҙ ир-аттарҙың йәмәғәт ойошмаһын булдырырға ҡарар иттек. Уның төп маҡсаты ябай ҙа, мөһим дә – атайҙарҙың, ғөмүмән, ир-егеттәрҙең баһаһын күтәреү. Һуңғы ваҡытта атай-әсәйҙәрен ташлағандар артты, ҡартайған яҡындарын ҡарттар йортона тапшыралар ҙа, улар унда ғүмерҙәренең ахырын еткерә.
Икенсе яҡтан ҡарағанда, айырылышыуҙар күп. Балаларына алимент түләмәйҙәр һәм был да йылдан-йыл күбәйә. Балаларҙы Ватанын, тыуған ерен яратырға, баланы, ата-әсәне ҡарарға кәрәк, тип үҫтерергә тейешбеҙ. Ойошмабыҙ ике йыл эшләй. Райондарҙа филиалдар бар, улар ҙа әүҙем генә эш алып бара. Быйыл икенсе форумды үткәрергә йыйынабыҙ.
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА