Ауырғазы районының Татар Нуғаҙаҡ ауылы халҡы “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһына дәррәү ҡушылған. Уңғандар Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яҡташтары хөрмәтенә 28 төп шыршы ултыртҡан.
– Яҡташтарым акцияға теләп ҡушылды, – тип һөйләй Ауырғазы районының Нуғаҙаҡ ауылы хакимиәте башлығы Рәфис Баязитов. – Уның үҫеп килеүсе йәш быуынға файҙаһы шул тиклем ҙур. Сараға яңы кешеләрҙең эйәреүен күреп, ныҡ ҡыуандыҡ.
Унда кемдәр ҡатнашты тиһегеҙме? Район хакимиәтенән вәкилдәр, мәктәп уҡыусылары, ауыл халҡы һәм башҡа егәрлеләр сараға әүҙем ҡушылды. Уны үткәреүҙә “Башинком” ғилми-ғәмәли предприятиеһы директоры урынбаҫары Владислав Кузнецов һәм “Салауат” крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Василий Федоров ҙур ярҙам күрһәткән.
Шул иғтибарға лайыҡ, “Баҡса хәтере” акцияһы рәттән өсөнсө йыл ойошторола. Тәүге ике йылда уға илебеҙҙең 85 төбәгенән, 50 сит илдән йәмғеһе ике миллиондан ашыу кеше ҡушылғайны. Акцияны ойоштороусыларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, быйыл ағас ултыртыусылар айырыуса артҡан. Киләсәктә иһә 27 миллион үҫенте (һуғыш осоронда 27 миллион совет кешеһенең вафат булыуын белдерә) ултыртыу күҙ уңында тотола.
– Ағас ултыртыу акцияһы тураһында күршемдән ишеттем, ике уйламай йүгереп барып та еттем, – тип һөйләй Әнис Фәррәхов. – Алдан бөтәһен дә хәстәрләп ҡуйғас, йәһәт кенә килеп етеү әллә ни ҡыйынға тура килмәне. Мәҫәлән, электән ҡулланылышта булған көрәккә яңы һап ҡуйғас, эш барышында ул ҡулда уйнап торғандай тойолдо. Таҙа орлоҡ таҙа иген үҫтерер, тибеҙ. Шуның шикелле ул көндә, матур итеп тамырланған бынамын тигән ағастарҙы һайланыҡ. Уларҙың һәр береһенең бейек итеп үҫеп китеренә бер ниндәй ҙә шик юҡ.
Әнис олатай билдәләүенсә, эшкә өйрәтеү маҡсатында ул үҙе менән бергә ейәнен дә алған. Ғөмүмән, шәхси баҡсаһында һәр ваҡыт йә ҡатыны, йә ейән-ейәнсәрҙәре менән эшләргә ярата. Ошо ысул үҙен аҡлай, эш ырамлы бара, шул уҡ ваҡытта күңелле лә.
Кәүсәриә Ҡадирова бындай сараларҙа йыш ҡатнаша икән. Былтыр Өфө районында йәшәгән ҡыҙына ҡунаҡҡа барғанда “Баҡса хәтере” акцияһына ҡушылып, аллеяға нигеҙ һалғандар.
– Һәр ултыртҡан ағастың тамыр йәймәүе лә бар, әммә күпселеге матур булып үҫеп китә, – тип шатлығы менән уртаҡлаша Кәүсәриә апай. – Күңелде иң һөйөндөргәне ошолор. Рәсәй буйлап йыш сәфәргә сығам, һәр ваҡыт Башҡортостан менән сағыштырам. Миңә ҡалһа, республика етәкселеге беҙҙә ағас ултыртыуға ҙур иғтибар бирә. Ысынлап та, оло юл буйында барлыҡҡа килгән парктарға, яңы ултыртҡан үҫентеләргә ҡарау ҡыуаныс. Был эштең артабан да дауам ителерендә тамсы ла шик юҡ.
Илдар АҠЪЮЛОВ