Хайуандар һаулығын тикшереү буйынса "Ветеринария поезы" Башҡортостан буйлап йөрөүен дауам итә. Уның төп эше ваҡ йорт хайуандарының кәрәкмәгән тоҡомон иҫкәртеүгә, йәғни бесәйҙәрҙе һәм эттәрҙе ташламалар нигеҙендә стерилләү (кастрация) операцияһы үткәреүгә йүнәлтелгән.
Ниҙәрҙе белергә кәрәк?
Стерилләү өсөн малдың физиологик йәшен белеү, йәғни йорт хайуаны кәмендә 6-8 айлыҡ булырға тейеш. Йөклө булған һәм тыуҙырған осраҡта - бер ай үткәс. Операция алдынан бөтә хайуандарҙы ла һигеҙ сәғәт дауамында ашатмай торорға кәрәк.
"Ветеринария поезы"ның һеҙҙең районға ҡасан сығыуын белгегеҙ килһә, ветеринария станцияһына шылтыратығыҙ. Башҡортостан район станциялары менән бәйләнеш телефондарын ошо һылтанма буйынса ҡарағыҙ: https://veterinary.bashkortostan.ru/about/suborg/
График буйынса, "Ветеринария поезы"ның киләһе эш урындары - Благовар һәм Ҡырмыҫҡалы райондары. Карточкаларҙа уларҙағы эш ваҡытын, тораҡ пункттарҙы һәм белешмәләр өсөн бәйләнеш телефондарын ҡарағыҙ.
"Аңлатабыҙ. Башҡортостан" сәхифәләрендә яңы маршруттарҙы ҡарап барығыҙ.
Башҡортостан Дәүләт ветеринария хеҙмәтенең ҡыҙыу линияһы: 8-800-77-55-828.
Фото: https://vk.com/anlatabiz102
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан