Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Июнь 2022, 19:45

Йылытыу миҙгеленә әҙерлек башланды

Тармаҡ алдында ниндәй бурыстар тора?

Йылытыу миҙгеленә әҙерлек башланды
Йылытыу миҙгеленә әҙерлек башланды

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төбәктә көҙгө-ҡышҡы миҙгелгә 1645 ҡаҙанлыҡты, дүрт мең йылылыҡ селтәрен, 517 йылылыҡ пунктын, 16 меңдән ашыу һыу селтәрен әҙерләр кәрәк. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда 526 ҡаҙанды, 148 километр йылылыҡ һәм 241 километр һыу селтәрҙәрен ремонтлау йәки яңыртыу бурысы тора.

Бынан тыш, капиталь ремонттың төбәк операторы Өфө, Октябрьск ҡалаларында, Туймазы, Учалы, Ауырғазы, Бүздәк, Дүртөйлө, Ҡариҙел, Күгәрсен, Саҡмағош райондарында эске йылытыу системаларын яңыртырға тейеш.

Дөйөм алғанда, республика буйынса йылытыу миҙгеленә әҙерлек 32 процент тәшкил итә – был эштәр планға ярашлы башҡарыла тигән һүҙ.

Торлаҡ фондының энергия һөҙөмтәлелеген күтәреү өсөн 6,5 мең йортта торба үткәргестәрҙе изоляциялау, 9,6 мең йортта элеватор төйөндәрен теүәлләү, иҫәп приборҙарын ремонтлау һәм тикшереү эштәре планлаштырылған.

Фото: Торлаҡ һәм юл хужалығы министрлығы.

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: