Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Июнь 2022, 19:00

“Башҡортостан” гәзите – Әбйәлил районында!

"Йәштәребеҙҙең тыуған төйәгендә төпләнеүе айырыуса һөйөнөслө", – ти Вадим Фәнил улы.

“Башҡортостан” гәзите – Әбйәлил районында!
“Башҡортостан” гәзите – Әбйәлил районында!

“Башҡортостан” гәзите редакцияһы баш мөхәрриренең беренсе урынбаҫары Рәшит Зәйнулин менән хәбәрсе Илдар Аҡъюлов Әбйәлил районы хакимиәтенең социаль үҫеш бүлеге етәксеһе Вадим Ғафаров менән осрашты.

"Әбйәлил районы бөтә башланғыстар буйынса ла алдынғы, – ти Вадим Фәнил улы. – Халыҡты сәләмәт тормошҡа әйҙәү тиһеңме, ауылдарҙы төҙөкләндереү булһынмы, һәр ваҡыт беренсебеҙ. Бүтән райондар ҙа ошо башланғыстарҙы күтәреп ала".

Вадим Ғафаров әйтеүенсә, йәштәрҙең бер-береһе менән ярышып йорттар төҙөүе (ә хәҙер өйҙәрҙе хан һарайынан кәм һалмайҙар), тыуған төйәгендә төпләнеүе айырыуса һөйөнөслө.

Фото авторҙың шәхси архивынан.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: