Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Июнь 2022, 10:00

“Башҡортостан” гәзите – Сибай ҡалаһында!

Наил Исҡаҡов белдереүенсә, Сибай - Башҡортостанда иң йәш һәм йылдам үҫешкән ҡалаларҙың береһе

“Башҡортостан” гәзите – Сибай ҡалаһында!
“Башҡортостан” гәзите – Сибай ҡалаһында!

“Башҡортостан” республика гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Рәшит Зәйнуллин менән хәбәрсе Илдар Аҡъюлов республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығышында командировкала булды. Улар Сибай ҡалаһы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Наил Исҡаҡов менән осрашты.

– Беҙҙең төп маҡсатыбыҙ – халыҡҡа йәшәйештә уңайлыҡтар тыуҙырыу, – тип һөйләй Наил Нәғим улы. – Бынан тыш көнүҙәк мәсьәләләрҙе һәр ваҡыт тиҙ арала хәл итергә тырышабыҙ. Көньяҡ Уралдың баш ҡалаһы Сибайға юлланған ҡунаҡтар алдында йөҙөбөҙ яҡты булһын өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да ғәмәлгә ашырабыҙ.

Наил Исҡаҡов белдереүенсә, Сибай - Башҡортостанда иң йәш һәм йылдам үҫешкән ҡалаларҙың береһе, унда 60 меңдән ашыу кеше ғүмер итә.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: