Һеҙ фотола күргән даланлы балыҡсы Борай районының Борай ауылынан Айрат Ҡәҙермөхәмәтов була. Ә ысынында ул – дүрт тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен мәғариф өлкәһенә арнаған хөрмәтле уҡытыусы, спортсы, райондың волейбол командаһы капитаны.
Айрат Нурмөхәмәт улы бөтә ғүмерен балаларҙы сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыуға, уларҙа спортҡа һөйөү тәрбиәләүгә арнаған.
– Ә балыҡҡа йөрөү – күңелгә ял биргән шөғөл. Тәбиғәтте ныҡ яратам, урманда, йылға-күл буйында булыу әйтеп аңлатҡыһыҙ рәхәтлек бирә, йәшәүгә дәрт өҫтәй. Балыҡ тотоу ҙа – бала саҡтан яратҡан шөғөлөм, - ти Айрат ағай.
Тыуған яғының йылға-күлдәре балыҡсыны хәтәр шәп табыштар менән ҡыуандырып тора. Әле күптән түгел ул ун килограмлыҡ суртан тотҡан. Ә иң ҙур рекорды – 38 килограмлыҡ йәйен. 12 һәм 7,6 килограмлыҡ суртандар ҙа эләккәне бар уның ҡармағына.
- Бындай ҙур табыш тураһында һәр балыҡсы хыялланалыр, моғайын. Һәр миҙгелдә күңелдә “Быйыл нисек булыр икән?” тигән ҡомар уяна, - ти балыҡсы.
Айрат Нурмөхәмәт улының ғаиләһе лә бына тигән. Тормош юлдашы Флүзә ханым менән улдары Маратҡа, ҡыҙҙары Алһыуға матур тәрбиә биргән улар.
Фотолар Айрат Ҡәҙермөхәмәтовтың шәхси архивынан.