Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Совет майҙанында барған күләмле эште телгә алды.
“Кабинеттан ҡасып сыҡтым), ҡайҙа булһын инде, Совет майҙанынан башҡа)). Был һәйкәл төҙөлөшө минең өсөн – айырым ваҡиға.
Беҙ, Аллаға шөкөр, планға ярашлы алға барабыҙ. Геройҙар колоннаһы күҙгә күренерлек һыҙаттарға эйә булып килә. Эш йылдам бара.
11 октябрҙә, Республика көнөндә, беҙ ошонда Рәсәй Геройы, данлы генералыбыҙ Шайморатовҡа һәйкәлде асабыҙ”, – тип яҙған төбәк етәксеһе.
Фото: vk.com/radiyhabirov
Сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov