Башҡортостан Хөкүмәтен Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Хәтер һәм ҡайғы көнө хаҡында яҙҙы.
“Бөгөн, Хәтер һәм ҡайғы көнөндә, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандарҙың барыһын да иҫкә алдыҡ. Вокзал янындағы майҙанда “Фронтҡа киткән яҡташтарға” һәйкәленә сәскә һалдыҡ: шул дәһшәтле осорҙа тап ошонан ата-бабаларыбыҙ алғы һыҙыҡҡа киткән.
Беҙ Тыуған илебеҙҙе ҡотҡарыу хаҡына бөйөк батырлыҡ ҡылған ҡаһармандарҙы һәм батырлыҡ тарихын, тиңдәшһеҙ ватансылыҡты һәм юғары рух көсө һис ҡасан да онотмаясаҡбыҙ. Ветерандар һәм тыл эшсәндәре – уртаҡ Еңеүебеҙгә үҙ өлөшөн индергәндәрҙең барыһы алдында ла тәрән ихтирам менән баш эйәм.
Башҡорт АССР-ының да яҙмышы еңелдән булмаған, ләкин халҡыбыҙ аслыҡҡа ла, ыжғыр һалҡындарға ла бирешмәгән, бөтә нәмәне фронтҡа йүнәлткән. 700 меңдән ашыу кеше һуғышҡа киткән; 322 мең яҡташыбыҙ яу яландарында һәләк булған йәки хәбәрһеҙ юғалған. Беҙҙә төҙөлгән данлы дивизиялар дошманды ҡыйратҡан; улар араһында генерал-майор Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатов етәкселегендәге легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы, 170-се, 186-сы, 214-се уҡсылар дивизиялары, 21-се гвардия уҡсылар дивизияһы ла бар.
Республикабыҙҙан 200 меңдән ашыу хәрби хеҙмәткәр орден һәм миҙалдар менән наградлана. 300-ҙән ашыу һалдат һәм офицер СССР Геройы, Рәсәй Федерацияһы Геройы һәм Дан орденының тулы кавалеры була.
Бөгөн беҙ, һис ҡасан да булмағанса, күп милләтле халҡыбыҙҙың берҙәмлегенә мохтажбыҙ. Илебеҙ шул ҡот осҡос хәл-ваҡиғаларҙың әйләнеп ҡайтыуына юл ҡуймау өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Донбассты яҡлап, махсус хәрби операция үткәреү тураһында берҙән-бер хаҡлы ҡарарға килдек. Тыуған илебеҙгә янаған ҙур хәүефкә ҡәтғи кәртә ҡуйҙыҡ.
Ошо көндәрҙә Рәсәй яугирҙәре туғандаш Украинаның ҡала, ауылдарын нацизмдан азат итеп, йәнә ҡаһарманлыҡ ҡыла”, – тип яҙҙы Андрей Назаров.
Фото: vk.com/agnazarov
Сығанаҡ: vk.com/agnazarov