Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Июнь , 14:15

46 еңеүсе асыҡланды. Улар кемдәр?

Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттарының беренсе конкурсына йомғаҡ яһалды. 

46 еңеүсе асыҡланды. Улар кемдәр?
46 еңеүсе асыҡланды. Улар кемдәр?

Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фондының конкурс комиссияһы гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүҙә ҡатнашҡан һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙы ғәмәлгә ашырған хөкүмәткә, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар араһында грант конкурсы еңеүселәрен билдәләне.

Еңеүселәр иҫәбенә республиканың 46 коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы инде һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам алды.

Улар араһында иң популяр конкурс йүнәлештәре:

- Һаулыҡ һаҡлау, сәләмәт йәшәү рәүешен, физик культураны һәм спортты пропагандалау (13 проект);

- Мәҙәниәт, сәнғәт, тарихи хәтерҙе һаҡлау (12 проект);

- Граждандарҙың айырым категорияларын социаль хеҙмәтләндереү, социаль ярҙам һәм яҡлау (6 проект).

Еңеүселәрҙең географияһы: Өфөнән – 34 проект, Стәрлетамаҡтан – 4 проект, Белорет, Благовещен, Ғафури, Күгәрсен, Миәкә, Шишмә һәм Яңауыл райондарынан, шулай уҡ Ағиҙел ҡалаһынан 1-шәр проект.

Проекттар көнүҙәк һәм кәрәкле проблемаларҙы күтәрә. Мәҫәлән, “Өфө муйынсағы” ҡала маршруты” проекты сиктәрендә Өфөлә навигацияны үҫтереү һәм баш ҡаланың иҫтәлекле урындары менән таныштырыу күҙаллана. Был йәйәүлеләр ағымын арттырырға һәм уны киң ҡулланырға мөмкинлек бирәсәк. “Ҙур һәм бәләкәй дуҫтар” проекты балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр өсөн ял ойоштороу, шулай уҡ аттар менән аралашыу мөмкинлеге биреү юлы менән онкологик сирлеләрҙең психологик торошон яҡшыртыу бурысын ҡуя. “Күңел дауалаусылар” социаль-мәҙәни проекты ярҙамында медицина учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә арт-терапия һәм мәҙәни реабилитация ярҙамында эмоциональ торошто көйләү мөмкинлеге биреләсәк. Ә “Беренсе бул” үҫмерҙәр территорияһы” проекты тренингтар үткәреү ярҙамында коммуникатив оҫталыҡты, лидерлыҡ потенциалын үҫтерергә һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән үҫмерҙәргә  һөнәр һайларға ярҙам итәсәк.

Еңеүсе проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу 2022 йылдың 18 июленән башлана.

Конкурс комиссияһы протоколы менән https://грантыглавы102.рф сайтында “Документтар” бүлегендә танышырға мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылдың 30 июненә тиклем республиканың гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереүҙә ҡатнашҡан һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырған коммерцияға ҡарамаған ойошмалар киләһе конкурста ҡатнашыу өсөн ғариза биреп өлгөрә ала.

Конкурстың дөйөм бюджеты 101,5 миллион һум тәшкил итә. Бер проектҡа гранттың максималь күләме өс миллион һумдан ашмаҫҡа тейеш.

Конкурстың положениеһы, проекттарҙың йүнәлештәре һәм тематикаһы, ҡатнашыусыларға талаптар, гранттарҙы тапшырыу шарттары һәм тәртибе хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт менән рәсми сайтта, “Документтар” бүлегендә танышырға мөмкин.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас в