Бөгөн "Торатау" конгресс-холында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолған "Айыҡ ауыл-2021" республика конкурсы йомғаҡтары буйынса саралар һәм бүләкләү тантанаһы үтте.
Сара иртәнге 9.00 сәғәттә башланды, конгресс-холл фойеһында республика конкурсында ҡатнашыусылар тураһында мәғлүмәт биргән күргәҙмәләр, экспозициялар ойошторолдо.
Көн дауамында "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы "Тамыр" балалар-үҫмерҙәр телеканалының "Ныҡ бул" күсмә студияһы эшләне. Шулай уҡ бөгөн балалар һәм үҫмерҙәр араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында ойошторолған "Ныҡ бул" асыҡ медиа-конкурсының финалы булды.
Пленар өлөштә "Айыҡ ауыл-2021" конкурсында ҡатнашыусылар, әүҙем ағзалар махсус бүләктәр, ойоштороу комитетының дипломдары, Башҡортостан министрлыҡтары һәм ведомстволарының рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Артабан махсус майҙансыҡтар эше башланды, уға ярашлы, "Ауыл биләмәләрендә социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү мөмкинлектәре" темаһы буйынса "түңәрәк өҫтәл"дәр ойошторолдо (ҡатнашыусылар - ауыл биләмәләре башлыҡтары, уларҙың социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары); "Биләмәләрҙе үҫтереү ресурсы булараҡ, милли-мәҙәни ойошма" (ҡатнашыусылары - урындағы башҡорт ҡоролтайҙары рәйестәре). Шулай уҡ алкоголле продукция етештереүҙе һәм уның әйләнешен дәүләт көйләүе өлкәһендә федераль һәм республика ҡануниәтенең хоҡуҡ ҡулланыу тәжрибәһе буйынса "түңәрәк өҫтәл" (ҡатнашыусылар - муниципаль район Советтары рәйестәре, Рәсәй Дәүләт Думаһы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары). Шулай уҡ "Айыҡ ауылдың идеаль образын моделләштереү" стратегик сессияһы планлаштырылғайны, унда конкурста ҡатнашҡан ауылдар араһынан әүҙемселәр, урындағы башҡорт ҡоролтайҙары рәйестәре, конкурстың эксперттар комиссияһы ағзалары, Рәсәйҙең башҡа субъекттарынан саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты.
Мәғлүм булыуынса, ағымдағы йылдың 14 июнендә үткән ойоштороу комитетының йомғаҡлау ултырышында "Айыҡ ауыл-2021" республика конкурсының 12 еңеүсеһе раҫланды. Положениеға ярашлы, еңеүселәр халыҡ иҫәбенә ҡарап бүленгән номинациялар буйынса билдәләнде. Бына улар:
"Эре тораҡ пункттар" номинацияһында
I урын – Бөрйән районы, Әбделмәмбәт ауылы;
II урын – Ауырғазы районы, Мораҙым ауылы;
III урын – Көйөргәҙе районы, Яҡшымбәт ауылы.
"Ҙур тораҡ пункттар" номинацияһында
I урын – Тәтешле районы, Түбәнге Балтас ауылы;
II урын – Асҡын районы, Солтанбәк ауылы;
III урын – Иглин районы, Түбәнге Ләмәҙ ауылы.
"Уртаса ҙурлыҡтағы тораҡ пункттар" номинацияһында
I урын – Хәйбулла районы, Бәләкәй Арыҫланғол ауылы;
II урын – Шаран районы, Йәрәмкә ауылы;
III урын – Мәсетле районы, Яңы Мишәр ауылы.
"Бәләкәй тораҡ пункттар" номинацияһында
I урын – Йылайыр район, Сәләх ауылы;
II урын – Күгәрсен районы, Сәлих ауылы;
III урын – Стәрлетамаҡ районы, Кантүк ауылы.
Республика конкурсының бүләк фонды - 40 миллион һум. Алты миллион һум күләмендәге иң ҙур бүләк "Эре тораҡ пункттар" номинацияһында еңеүсегә тапшырылды. Номинацияларҙа еңгәндәргә бирелгән сумма ауылдарҙың ҙурлығына ҡарап айырыла.
Фото: Юлай Кәримов.