Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Июнь 2022, 09:30

Һигеҙ әсә сабыйынан баш тартырға теләгән

Үҙенең был ҡылығын өсөнсө баланы тәрбиәләү мөмкинлеге булмауы менән аңлатҡан... 

Һигеҙ әсә сабыйынан баш тартырға теләгән
Һигеҙ әсә сабыйынан баш тартырға теләгән

 

Өфөлә быйылғы йыл башынан әлегәсә һигеҙ әсә яңы тыуған сабыйынан баш тартырға теләк белдергән. “Саторис” ҡала үҙәге белгестәренең әлеге әсәйҙәр менән әңгәмәһенән һуң бөтә осраҡтарҙы ла яйлау, йәғни ыңғай хәл итеү мөмкин булды, тип һөйләгән республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа үткән түңәрәк өҫтәл барышында Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева. Был хаҡта “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итте.

“Саторис” үҙәге бәлиғ булмаған йәштә ауырға ҡалған үҫмер ҡыҙҙар менән етди эш алып бара. “2022 йылдың алты айында хәүеф төркөмөнә ҡараған ҡатын-ҡыҙҙарға бәйле 130 осраҡ ҡаралған, уларҙың 16-һы – бәлиғ булмағандар”, - тип билдәләгән Гөлләриә Рәфҡәт ҡыҙы.

2021-2022 йылдарҙа сәләмәт йәшәү рәүешенә ыңғай мөнәсәбәт булдырыу маҡсатында баш ҡала мәктәптәрендә “Өфө – сәләмәт йәшәү рәүеше биләмәһе” проекты башланды. Уға ярашлы “Ғаиләм традициялары”, “Спортлы Өфө” видеороликтар конкурстары һәм башҡа саралар ойошторолған, уларҙа 50 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашҡан.

Сәләмәт йәшәү рәүеше буйынса саралар комплексын баш ҡаланың психологик-педагогик, медицина һәм социаль ярҙам үҙәктәре лә ойоштора. Иртә енси бәйләнештәрҙе, ВИЧ-ты һәм енси юл менән таралған сирҙәрҙе иҫкәртеү темаһына уҡыусылар менән әңгәмәләр, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә.

Иҫегеҙҙәлер: май айында Өфөләге 8-се бала табыу йорто корпустарының береһенең ишеге янында алты айлыҡ ҡыҙ баланы ҡалдырып киткәйнеләр. Полиция хеҙмәткәрҙәре сабыйҙың әсәһен тиҙ арала асыҡлай алған. Ул Орджоникидзе районында йәшәгән ҡатын булып сыҡҡан, үҙенең был ҡылығын өсөнсө баланы тәрбиәләү мөмкинлеге булмауы менән аңлатҡан.

Тикшереү барышында ҡыҙыҡайҙы махсуслаштырылған сабыйҙар йортона ваҡытлыса урынлаштырғандар.

Сығанаҡ: “Башинформ” агентлығы.  

Фото: infopast.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: