Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Июнь 2022, 13:45

Радий Хәбиров: “Башҡортостан – Ер йөҙөндә солоҡсолоҡ кәсеп булып һаҡланған берҙән-бер урын”

БДУ ғалимдары алған патенттар балдың шифалы үҙенсәлектәрен өйрәнергә мөмкинлек бирәсәк

Радий Хәбиров: “Башҡортостан – Ер йөҙөндә солоҡсолоҡ кәсеп булып һаҡланған берҙән-бер урын”
Радий Хәбиров: “Башҡортостан – Ер йөҙөндә солоҡсолоҡ кәсеп булып һаҡланған берҙән-бер урын”

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә солоҡсолоҡ мәсьәләһен күтәреп сыҡты һәм башҡорт ғалимдарының патент алыуҙары тураһында ҙур ғорурлыҡ менән яҙҙы.

“Башҡортостан — Ер йөҙөндә солоҡсолоҡ кәсеп булараҡ һаҡланған берҙән-бер урын.

Ата-бабаларыбыҙҙың һөнәрен Шүлгәнташ ҡурсаулығы, Алтын Солоҡ ҡурсаулығы, “Башҡортостан” милли паркы һәм Бөрйән районының ауылдарында һаҡлайбыҙ һәм үҫтерәбеҙ. Солоҡсолоҡ шулай уҡ Ишембай, Белорет, Ғафури, Мәләүез, Йылайыр, Күгәрсен райондарында киң таралған.

БДУ профессоры Айрат Рим улы Ишбирҙин етәкселегендәге башҡорт ғалимдары ике патент алыуға иреште — тоҡомло "Бөрйән бал ҡорто" тибына һәм башҡорт балының географик сығышын һеркә составы буйынса билдәләү ысулы өсөн. Был балыбыҙҙың үҙенсәлекле органолептик составын һәм шифалы үҙенсәлектәрен тәрәнерәк өйрәнергә мөмкинлек бирәсәк.

Йәй һалҡын булһа ла, хәҙер тап ошо миҙгелдә тырыш бал ҡорттары тәмле бал туплай. Умартасылар өсөн дә ҡыҙыу мәл. Уларҙың ҡатмарлы, әммә бик мөһим хеҙмәте хөрмәткә лайыҡ.

Барығыҙға ла уңыштар теләйем!” – ти яҙмаһында Радий Хәбиров.

 

Фотолар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтоң социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.

 

Радий Хәбиров: “Башҡортостан – Ер йөҙөндә солоҡсолоҡ кәсеп булып һаҡланған берҙән-бер урын”
Радий Хәбиров: “Башҡортостан – Ер йөҙөндә солоҡсолоҡ кәсеп булып һаҡланған берҙән-бер урын”
Радий Хәбиров: “Башҡортостан – Ер йөҙөндә солоҡсолоҡ кәсеп булып һаҡланған берҙән-бер урын”
Радий Хәбиров: “Башҡортостан – Ер йөҙөндә солоҡсолоҡ кәсеп булып һаҡланған берҙән-бер урын”
Радий Хәбиров: “Башҡортостан – Ер йөҙөндә солоҡсолоҡ кәсеп булып һаҡланған берҙән-бер урын”
Радий Хәбиров: “Башҡортостан – Ер йөҙөндә солоҡсолоҡ кәсеп булып һаҡланған берҙән-бер урын”
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: