Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Июнь 2022, 23:00

Сығымдарҙы ҡаплау мөмкинлеген бирәсәк

Башҡортостандың генерациялаусы компанияһы энергия блоктарын яңырта.

Сығымдарҙы ҡаплау мөмкинлеген бирәсәк
Сығымдарҙы ҡаплау мөмкинлеген бирәсәк

Республика Хөкүмәте сайтында хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан генерациялаусы компанияһы үҙенең предприятиеларын модернизациялауҙы дауам итә. Атап әйткәндә, йылылыҡ электр станцияларының электр энергияһы етештереүсе ҡорамалын модернизациялау федераль программаһы сиктәрендә Карман ДРЭС-ының 3-сө энергия блогын яңыртыу бара, эштәрҙе быйыл декабргә тиклем тамамларға планлаштырыла.

Рәсәй Хөкүмәте Энергия министрлығы башланғысы буйынса 2022-2024 йылдарға йылылыҡ электр станцияһын яңыртыу дәүләт программаһын ғәмәлгә индерҙе. Программала ҡатнашыу 15 йыл дауамында сығымдарҙы ҡапларға мөмкинлек бирә.

Төп эш күләме башҡарылған инде. Мөһим элементтарҙы һәм деталдәрҙе яңыртыу ресурс билдәләүсе ҡорамалдың хеҙмәт итеү срогын оҙайтырға, уның һөҙөмтәле һәм аварияһыҙ эшләүен тәьмин итергә, электр энергияһы ебәреүгә шартлы яғыулыҡтың сағыштырма сығымдарын кәметергә мөмкинлек бирәсәк. Инвестиция программаһы сиктәрендә шул иҫәптән генераторҙы ҡеүәтерәккә алмаштырыу бара. Башҡарылған яңыртыу эштәренән һуң 3-сө энергия блогының билдәләнгән ҡеүәте 13,1 МВт-ҡа артты, ти Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.

2019-2021 йылдарҙа конкурс буйынса һайлап алыу йомғаҡтарына ярашлы, йылылыҡ электр станцияһын яңыртыу программаһына Башҡортостан генерациялау компанияһының һигеҙ объекты индерелгән. Уның дөйөм ҡеүәте – 1 356,4 МВт. Алдағы биш йылда Өфөнөң 2-се һәм 4-се йылылыҡ-электр үҙәктәрендә, Стәрлетамаҡтың ике йылылыҡ-электр үҙәгендә һәм Благовещенда Өфө эргәһе йылылыҡ-электр үҙәгендә берәр турбоҡоролма яңыртыласаҡ.

Фото: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте.

Автор:Гөлназ Үтәгәнова
Читайте нас: