-19 °С
Ясна
Республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү советы составына үҙгәрештәр индереү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, Зөлфиә Ғайсина – Совет рәйесе, Флүр Нурлығаянов – рәйес урынбаҫары, Владимир Савичев яуаплы секретарь итеп тәғәйенләнде. Шулай уҡ Совет ағзалары составы яңыртылды.
Фото: glavarb.ru/rus/press
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press