Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Июнь 2022, 21:00

Юрий Шатуновтың һабаҡташы үкенесен белдерҙе

Розалия Ишмөхәмәтова: "...Юрийҙың әйткәненә ышанманым. Ул, күҙ ҡыҫып, “Әйҙә, шоколадҡа бәхәсләшәйек”, тине. Һуңынан иһә..."

Юрий Шатуновтың һабаҡташы үкенесен белдерҙе
Юрий Шатуновтың һабаҡташы үкенесен белдерҙе

Розалия буласаҡ Рәсәй эстрадаһы йондоҙо Юрий Шатунов менән Көйөргәҙе районының Иҫке Отрада ауылындағы мәктәптә дүрт йыл бергә уҡыған. Ул редакциябыҙға ебәргән фото әле бер матбуғат баҫмаһында ла нәшер ителгәне булмаған.

"Юрийҙың әсәһе иҫән ине әле. Балалыҡ йылдары – иң бәхетле саҡ. Ул гел шуҡ малай булды. Шул йылдарҙа уҡ музыкаға тартылды. Гел үҙенән өлкән малайҙар менән дуҫлаша торғайны. Гитарала уйнарға өйрәнде. Ул ваҡытта йырҙарҙы дәфтәргә яҙып ала торғайныҡ, Юрийҙың да шундай дәфтәре булды.

Дүртенсе кластан һуң ул беҙҙең мәктәптән китергә мәжбүр булды. Шулай ҙа 6-7-се кластарҙа уҡыған мәлдә ауылыбыҙҙа үткән дискотекаға килеп бер-ике йыр башҡарғанын асыҡ хәтерләйем. Уның сәхнәгә саҡ аяҡ баҫҡан сағы ине. “Был йыр минеке”, - тип әйткәс, ышанманым. Ул, күҙ ҡыҫып, “Әйҙә, шоколадҡа бәхәсләшәйек”, тине. Һуңынан был йырҙы телевизорҙан ишеттем...

Киләһе йыл Юрийға 50 йәш булыр ине. Концерттары менән әле мин йәшәгән Себер яҡтарына ла килергә планлаштыра ине. Шунда сәхнәгә сығып, йәш саҡтағы мәлде иҫенә төшөрөп, шоколад бүләк итергә хыялланғайным, килеп сыҡманы", - тип үкенесен белдерҙе Розалия. Уның әйтеүенсә, Юрий Шатуновтың класташтарының барыһы ла йырсының бик иртә китеүенә ҡайғыра, яҡындарының ҙур ҡайғыһын уртаҡлаша.

Фото Розалия Ишмөхәмәтованың шәхси архивынан алынды. Юрий Шатунов түңәрәк менән уратып алынған.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: