Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июнь 2022, 21:30

"Алға" картаһы нисек файҙаланыла?

24 июнгә компания 58 миллион пассажир ташыған. Был уҙған йылдың ошо уҡ осорондағы күрһәткестән 12 процентҡа күберәк.

"Алға" картаһы нисек файҙаланыла?
"Алға" картаһы нисек файҙаланыла?

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Транспорт сәғәте” ултырышы үткәрҙе. Унда 2022 йылда “Башавтотранс” предприятиеһының эшмәкәрлеге тикшерелде һәм предприятиены артабан үҫтереү бурыстары билдәләнде.

“Башавтотранс”тың генераль директоры Надир Самиев хәбәр итеүенсә, 24 июнгә компания 58 миллион пассажир ташыған. Был уҙған йылдың ошо уҡ осорондағы күрһәткестән 12 процентҡа күберәк.

Предприятие 21 ҡала һәм 40 ҡала яны йүнәлеше буйынса 61 маршрутты хеҙмәтләндерә. Бынан тыш, “Башавтотранс” Донбассҡа гуманитар ярҙам ташыу, Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында медицина белгестәрен, юл эшселәрен, төҙөүселәрҙе ташыу буйынса транспорт-экспедиция хеҙмәттәре күрһәтә, республика Хәрби комиссариатын транспорт менән хеҙмәтләндерә.

– Беҙ шулай уҡ Өфөнөң “Связист” профилакторийында Донбасстан күсеп килеүселәрҙе ваҡытлыса урынлаштырыу пункты һәм ҡала йәмәғәт транспорты туҡталыштары араһында автобус бәйләнеше ойошторҙоҡ, – тип билдәләне Надир Самиев.

“Башавтотранс”та бөтәһе 5,7 мең кеше эшләй. 2022 йылда водителдәрҙең уртаса эш хаҡы айына 46 мең һумға еткән.

“Башавтотранс”ты үҫтереү планында – автобус паркын артабан яңыртыу, ташыуҙар күләмен арттырыу, күрһәтелгән хеҙмәттәр спектрын киңәйтеү. Мәҫәлән, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса предприятие Өфөнөң Сипайлово биҫтәһенә рейстар һанын арттырҙы.

2022 йылда ташыусы ҙур класлы 63 пассажир автобусы һатып алырға ниәтләй. Улар Өфө маршруттарына сыға. Өҫтәүенә әлеге ҡала автопаркының бер өлөшөн “Башавтотранс”тың муниципаль филиалдарына тапшырырға ниәтләйҙәр. Бынан тыш, Башҡортостанда барған конгресс сараларын хеҙмәтләндереү өсөн туристик моделдәр һатып алыу буйынса пландар бар.

Йәмәғәт транспорты менән файҙаланыусы республика халҡы юл хаҡы өсөн башлыса ҡулаҡсаһыҙ түләй. Был хаҡта “Башҡортостан социаль карталар регистры” акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Руслан Нурғәлиев хәбәр итте. Атап әйткәндә, Башҡортостанда юл йөрөүҙең 55 проценты “Алға” берҙәм транспорт картаһын ҡулланып башҡарыла. Төбәктә бөтәһе 665,8 мең дана карта һатылған. 9,3 миллиондан ашыу пассажир “Бәхетле сәғәт” акцияһынан файҙаланған, улар 200 миллион һумдан ашыу аҡсаны экономиялаған.

Автобуста транспорт картаһы буйынса юл хаҡы 28 һум тәшкил итә, ә ҡулаҡса менән иҫәпләшкәндә – 33 һум.

– 2022 йылдың 1 сентябренән 31 декабренә тиклем Милли түләү карталары системаһы менән берлектә республикала “МИР” платформаһында “Алға” виртуаль картаһы буйынса льготалы тарифты файҙаланып акция уҙғарырға ниәтләйбеҙ. Был осорҙа юл хаҡы 21 һум тәшкил итәсәк, – тине Руслан Нурғәлиев.

Башҡортостан Башлығы “Башавтотранс”тың эш һөҙөмтәлелеген һәм берҙәм транспорт картаһын үҫтереүҙе юғары баһаланы.

– Беҙ йәмәғәт транспортын яңыртыу буйынса мөһим бурысты бергәләп хәл итәбеҙ. Бының өсөн автобус паркын яңыртабыҙ, уңайлы түләү сервистарын индерәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – “Алға” картаһын үҫтереүҙе дауам итеү, уны халыҡ мәнфәғәтендә файҙаланыу өлкәһен киңәйтеү мөһим.

Төбәк етәксеһе Башҡортостандың Транспорт министрлығына муниципаль-ара ташыуҙар өлкәһендәге хәлде тикшерергә ҡушты. Уны киләһе “Транспорт сәғәте”ндә тикшерәләр.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: