Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июнь 2022, 10:00

Атаһын ғәфү иткәнме, юҡмы?..

Юрий Шатуновтың атаһы осрашыуға өмөт итеп йәшәгән...

Атаһын ғәфү иткәнме, юҡмы?..
Атаһын ғәфү иткәнме, юҡмы?..

90-сы йылдар башындағы киң билдәле йырсы Юрий Шатуновтың көтмәгәндә вафаты күптәрҙе тетрәтте. Уның йырҙарын тыңлап үҫкән быуын өсөн ауыр юғалтыу булды был.

Юра Шатунов - беҙҙең яҡташыбыҙ, ул Күмертау ҡалаһында тыуған, үҫмер сағына тиклем шунда ата-әсәһе менән йәшәгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыр көндәр һағалай уны алдағы яҙмышында. Тәүҙә атаһы менән әсәһе айырылыша. Шунан күп тә үтмәй әсәһе кинәт мәрхүм була.

Шулай итеп, яҡын ғына туғандары, атаһы иҫән булыуға ҡарамаҫтан, 12 йәшендә малай Ырымбур өлкәһенең Аҡбулаҡ ҡасабаһына балалар йортона эләгә…

Ә атаһы Василий Клименко Күмертау ҡалаһында ошо көндәргә тиклем йәшәгән. Һәм улар бер тапҡыр ҙа осрашмаған. Сөнки,  атайлы булып та, михнәтле бала саҡҡа дусар булыуын Юра кисерә алмаған. Шуға ла ул туғандары тураһында хатта иҫләргә лә яратмаған. Атаһы журналистар менән әңгәмәлә бер нимәгә ҡарамай улын көтөүе тураһында белдергән, ҡасан да күрешеүҙәренә өмөтләнеп йәшәгән.

Үкенескә ҡаршы, ата менән улға осрашып күрешеү насип булмай, атай кеше лә күптән түгел вафат булған. Әле килеп, улы Юра Шатуновтың да йөрәге тибеүҙән туҡтаны…

Фото ГТРК "Башкортостан".

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: