Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты коллегияһының беренсе ултырышында сығыш яһаны. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ведомство теүәл бер йыл элек – 2021 йылдың июнендә булдырылғайны. Ултырышта төбәктең йәштәр ойошмалары һәм муниципалитеттарҙың профилле бүлексәләре вәкилдәре ҡатнашты. Көн тәртибендә – патриотик тәрбиә биреү, ирекмәндәр проекттарында ҡатнашыу, йәштәр учреждениеларын матди-техник яҡтан тәьмин итеү мәсьәләләре.
Йәш активистарға мөрәжәғәт итеп, республика Башлығы берлектәге эштең мөһимлеген билдәләне.
– Тап һеҙ бер нисә йылдан республикала һәм илдә дәүләт йәштәр сәйәсәте нигеҙҙәрен формалаштырасаҡһығыҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың идеяларын тормошҡа ашырасаҡһығыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең йәштәр – иң яҡшыһы. Егеттәребеҙ Украиналағы махсус хәрби операция сиктәрендә үҙ ғүмерҙәрен йәлләмәй, Донбассҡа ярҙамға килеп һәм уларҙы нацизмдан ҡотҡарып, быны тағы бер тапҡыр раҫоаны. Бөгөн – яңы, драматик саҡырыуҙар осоро. Һәм был осорҙо лайыҡлы үтергә кәрәк.
Патриотик тәрбиә биреү тураһында һөйләгәндә төбәк етәксеһе Шишмә районында “Патриот” паркын үҫтереү мөмкинлектәре тураһында һөйләне.
– Беҙ хәрби-патриотик профилдәге иң яҡшы парктарҙың береһен булдырабыҙ. Ҡайһы берҙәрегеҙ унда булып ҡайтҡандыр инде. Беҙ уны төҙөүҙең беренсе сиратын тамамлайбыҙ – казарма, Геройҙар аллеяһы, хәрби техника өлгөләре, спорт комплексы бар. Һуңынан уҡытыусылар өсөн ятаҡ, ашхана, конгресс үҙәге төҙөрбөҙ, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы студенттар менән эшләүҙең - спорт клубтары, ғилми үҙәктәр, үҙешмәкәр коллективтар, хеҙмәт отрядтары ойоштороуҙың ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне. Ә республиканан ситтә юғары уҡыу йорттарына ингән сығарылыш класс уҡыусылары даими рәүештә муниципалитеттарҙың иғтибар үҙәгендә булырға тейеш. Улар менән уҡыу урындарында, республика һәм тыуған төйәк биләмәһендә даими осрашыуҙар үткәрергә мөмкин. Төбәк менән даими бәйләнеш тойһон өсөн ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары балаларға ҡатмарлы мәсьәләләрҙә ярҙам итергә тейеш.
Республика Башлығы йәмәғәт тормошонда ирекмәндәр хәрәкәтенең әһәмиәте артыуын билдәләне.
– Студенттар коронавирус пандемияһы осоронда табиптарыбыҙға һәм социаль хеҙмәткәрҙәргә ярҙам итте. Ирекмәндәр урман янғындарын һүндереүҙә әүҙем эшләне. Бындай эскерһеҙ ярҙам өлгөләрен байтаҡ килтерергә мөмкин, – тине Радий Хәбиров. – Өс меңдән ашыу кеше республикабыҙ ирекмәндәренең активын ойоштора. Уларға һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булыуҙары өсөн ҙур рәхмәт.
Төбәк етәксеһе йәштәрҙең һәләттәрен туплау кәрәклеген дә билдәләне.
- Беҙ “Йәшлек House” ижади киңлеген астыҡ, ул төрлө йәштәр ижтимағи хәрәкәттәрен йыйыу урынына әүерелде. Уларҙың активистары менән осрашырға, идеяларыбыҙҙы аңлатырға, ыңғай эштәр өсөн уртаҡ хеҙмәттәшлек нөктәләрен табырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Өфө Йәштәр йортоноң тәжрибәһе уңышлы булып сыҡты. Муниципалитеттарҙа ошондай йәштәр ижады киңлектәрен булдыра башлайбыҙ. Сиратта – Стәрлетамаҡ.
2022 йылдың майында Башҡортостан Башлығы урындарҙа йәштәр үҙәктәрен реновациялау өсөн субсидиялар бүлеү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Һәр муниципалитет бының өсөн конкурс нигеҙендә аҡса йәлеп итә аласаҡ. Йыл һайын үҙәктәрҙе ремонтлауға бюджеттан 50 миллион һум бүленә.
Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенә балалар-үҫмерҙәр сәйәсәте өлкәһендәге проекттарға грант ярҙамын арттырыу мәсьәләһен өйрәнергә ҡушты. Төбәк Башлығының тағы ла бер йөкләмәһе – 2023 йылда йәштәр менән эшләү буйынса муниципаль белгестәрҙең эш хаҡын арттырыу мөмкинлеге тураһында тәҡдимдәр индереү.
Республиканың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук йәштәр эштәре буйынса республика һәм муниципаль структураларҙың эше тураһында һөйләне.
– Күп һанлы йәмәғәт ойошмаларынан булған коллегаларыбыҙ грант конкурстарында еңеп, үҙҙәренең республика өсөн мөһим булыуын раҫлай, – тине Яна Гайдук. – Өфөлә “Йәшлек House” йәштәр йорто асылғандан һуң беҙҙең эшебеҙ ҡеүәтле импульс алды. Әлеге ваҡытта был тәжрибәне республикала таратыу буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып барабыҙ. Тап ошондай майҙансыҡтар беҙҙең әүҙемселәрҙе – ирекмәндәрҙе, ижади йәштәрҙе йыя. Улар яңы идеялар менән уртаҡлаша һәм килеп тыуған мәсьәләләрҙе кисекмәҫтән хәл итеүҙә ныҡ ярҙам күрһәтә. Маҡсаттарыбыҙ аңлайышлы, һәм беҙ уларҙы тормошҡа ашырыу юлынан барабыҙ. Федераль грант программаларында ҡатнашырға һәм ирекмәндәр һанын арттырырға ниәтләйбеҙ.
Артабан Радий Хәбиров йәштәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе. Мәҫәлән, Өфө “Йәшлек House” командаһының эш тәжрибәһен таратыу хаҡында һөйләгәндә, төбәк етәксеһе тәү сиратта Стәрлетамаҡта, Салауатта, Нефтекамала һәм Октябрьскийҙа ошондай үҙәктәр асыласағын билдәләне.
Республика Башлығы “Рәсәй лидерҙары” федераль программаһы өлгөһөндә йәш лидерҙар мәктәбен асыу тураһында ла уйланырға тәҡдим итте. Радий Хәбиров йәштәрҙе урындағы, ҡала һәм район советтарына, шулай уҡ Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына һайлауҙа әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырҙы.
Дәүләт наградалары исемлегенә “Йәштәр сәйәсәте өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре” почет билдәһен индереү мәсьәләһен тикшереү талап итә. Йәштәр эштәре буйынса муниципаль бүлектәрҙең белгестәре төрлө йүнәлештәрҙе, шул иҫәптән социаль өлкәне, спортты, мәҙәниәтте күҙәтә, уларҙы әлеге маҡтаулы исемдәр менән бүләкләргә мөмкин, тип аңлатты Радий Хәбиров.
Сарала ҡатнашыусылар эҙәрмәндәр отрядына булышлыҡ итеү үҙәген булдырыу мәсьәләһен күтәрҙе. Улар Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һәләк булған яугирҙәрҙең ҡәберлектәрен табып, уларҙың һөйәктәрен республикаға алып ҡайтып, тәртипкә килтереү менән шөғөлләнә алыр ине. Радий Хәбиров һалдаттарҙы ерләүгә бәйле барлыҡ һорауҙарҙы республика үҙ өҫтөнә алырға әҙер тине һәм Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелинға тейешле тәҡдимдәр индерергә ҡушты. Радий Хәбиров шулай уҡ Йәштәр эштәре буйынса дәүләт комитетына ведомство структураһында эҙәрмән отрядтары менән эшләү буйынса белгесте ҡарарға ҡушты. Киләсәктә “Патриот” паркы биләмәһендә мемориаль зыярат булдырыу күҙаллана.
Яратҡан туристик урындары тураһында һорауға яуап биреп, Радий Хәбиров үҙе өсөн республиканы асыуын дауам итеүен әйтте һәм ҡайһы бер урындарҙы һанап сыҡты.
Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, республика төрлө йүнәлештәр буйынса алдынғылыҡҡа сыға башланы. Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында йәнә Рәсәйҙең иң яҡшы биш төбәге иҫәбенә инде. 2020 йылда төбәк сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәлелек рейтингын етәкләне. Мәғариф, мәҙәниәт һәм спорт өлкәһендә лә ҡаҙаныштар бар.
“Урал аръяғының Йәмәғәт башланғыстары союзы” рәйесе Иҙел Солтанов Радий Хәбировҡа Урал аръяғы райондарына ярҙам иткәне өсөн, шул иҫәптән спорт өлкәһендә, рәхмәт белдерҙе. Республика етәксеһе быйыл Баймаҡта боҙ һарайы һәм Баймаҡ районының Темәс ауылында физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә башлаясағын хәбәр итте. Проектлау стадияһында – Дыуан районының Мәсәғүт ауылында бассейнлы боҙ һарайы.
Башҡорт дәүләт университеты студенты Вадим Егоршин Радий Хәбировтан иң яҡшы ирекмәндәрҙе “Башҡортостан ирекмәне” билдәләре менән дәртләндереү тәжрибәһен дауам итеүен һораны. Был почётлы награда 2020 йылдың ноябрендә Башҡортостан Башлығы тәҡдиме менән булдырылды. Радий Хәбиров тәҡдимде хупланы һәм яҡын арала ирекмәндәрҙе бүләкләү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
Дискуссияла ҡатнашыусылар шулай уҡ эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү темаһын ҡуҙғатты. Радий Хәбиров бының төп бурыстарҙың береһе булыуын белдерҙе.
– Республикабыҙҙа урта һөнәри белем биреү системаһы һаҡланып ҡала алды. Башҡортостан колледждарында 104 меңдән ашыу бала белем ала. Улар – төбәк иҡтисадының киләсәге, – тине республика Башлығы. – Колледждарҙың матди-техник базаһын яңыртыуға, уларҙы алдынғы ҡорамалдар менән йыһазландырыуға йыл һайын республика бюджетынан 500 миллион һум йүнәлтәсәкбеҙ. Эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәрергә кәрәк. Беҙҙең иҡтисад квалификациялы эшсе кадрҙарға мохтаж.
Республиканың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты коллегияһы ултырышы аҙағында Башҡортостан Башлығы йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге әүҙем кешеләргә һәм иң яҡшы хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары тапшырҙы.
– Беҙ һеҙҙең менән ҡатмарлы, әммә бик шәп осорҙа– саҡырыуҙар, яңы ҡаҙаныштар һәм еңеүҙәр заманында йәшәйбеҙ. Һәм был юлды беҙ бергәләп лайыҡлы үтергә тейешбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙ беҙҙең өсөн – ҙур терәк һәм ярҙам. Йәштәребеҙ илдең һәм республиканың киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа булыуын раҫлай.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.