Был хәл ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһында була. 50 йәшлек Сергей Чернышков 15 йыл элек инсульт кисереп, кәүҙәһенең уң яҡ өлөшө хәрәкәтһеҙ ҡала. Һәм уйламағанда ул урамда 32 йәшлек енәйәтсенән зыян күрә: оятһыҙ әҙәм инвалидҡа “музыка тыңлат әле” тип мөрәжәғәт итә һәм ҡулынан телефонын тартып алып ҡасып китә. Был хаҡта “Башҡортостан” ДТРК-һы мәғлүмәтенә һылтанып, “Башинформ” агентлығы хәбәр итә.
Бәлә тарыусы ярҙам һорап кешеләргә мөрәжәғәт итә, улар араһында Өфө мәктәптәренең береһендә уҡыған Матвей Вежнин да була. Ул кеше талаусыны баҫтырып тотоп, ергә йығып һала һәм уны полиция нарядына тапшыра.
Инвалидтың телефонын талаусы Г. быға тиклем дә бурлыҡ өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған булған. Хәҙер уға дүрт йылғаса иректән мәхрүм ителеү янай, ти хоҡуҡ һаҡсылары. Ә Матвейҙы ҡыйыулығы өсөн бүләкләргә уйлайҙар. “Инвалидтың әйберен талау, ғөмүмән, урлау – бик насар күренеш. Ундай насар аҙымға барған кеше язаһын алырға тейеш”, - ти үҫмер “Башҡортостан” ДТРК-һына биргән интервьюһында.
Фото: “Башинформ” агентлығы.