Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июнь 2022, 17:30

Грантҡа эйә булдылар

Башҡортостан Республикаһы тәүге өс еңеүсе иҫәбенә ингән.

Грантҡа эйә булдылар
Грантҡа эйә булдылар

БР Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2022 йылда Президент грантының беренсе конкурсында Башҡортостандың 74 коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы еңеүсе тип танылды. Шуларҙың икәүһе Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларынан – үҙҙәренең ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса “Уңайлы хоҡуҡи мөхит” һәм “Салауат ҡалаһының социаль яҡтан яҡланмаған категорияға ҡараған граждандарының ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау” проекттары өсөн 2,6 миллион һумлыҡ гранттарға лайыҡ булды.

“Башҡортостанда төрлө яҡлап эш алып барыла: ҡулланыусылар хоҡуғы буйынса вәкил вазифаһы булдырылған, “Рәсәй ҡулланыусылар берләшмәһе”нең төбәк бүлексәһе асылған, ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса “Асыҡ сифат” порталы һәм интернет-портал эшмәкәрлек итә. Былар барыһы ла халыҡтың дөйөм яҡлаулы булыуын күтәрә, ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлауҙың милли системаһын нығыта, - тине БР сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Башҡортостан тәүге өс еңеүсе иҫәбендә. Конкурс сиктәрендә төбәктәрҙән 542 заявка ҡарала, шуларҙың 11-е БР Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы кураторлаған коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙан.

Сығанаҡ һәм фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: