Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июнь 2022, 13:09

Халыҡтың көнкүрешен еңеләйтәләр

Тәүәккәлдәр, ҡыйыуҙар ғына уңышҡа өлгәшә.

“Батырға ла ял кәрәк”, – ти эшҡыуарҙар.
“Батырға ла ял кәрәк”, – ти эшҡыуарҙар.

Мәләүез ҡалаһында “Абсолют”, “Феникс” магазиндарын белмәгән кеше юҡтыр. Уларҙың тырыш һәм уңған хужалары, урындағы булдыҡлы эшҡыуарҙар Фирая менән Фәрит Рәхмәтуллиндар, район һәм ҡалала ғына түгел, унан ситтә лә билдәле.

Бөгөн үҙ кәсебен булдырғандар, йәшәйеш өсөн кәрәкле өлкә менән шөғөлләнгәндәр байтаҡ. Һуңғы йыл­дарҙа урта һәм бәләкәй эш­ҡы­­уарлыҡтың үҫеүе шул хаҡта һөй­ләй. “Теләге булған һәр кем эшҡыуар була ала” тигән һүҙҙәр ме­нән килешергә ашыҡмайым, сөнки был өлкәгә килеү бер, ә уны алып барыу һәр кемдең дә ҡулынан килмәй. Минеңсә, эшҡыуарлыҡта тик тәүәккәлдәр, ҡыйыуҙар һәм үҙ көсөнә ышанғандар ғына уңышҡа өлгәшә. 

Уҙған быуаттың көсөргәнешле 90-сы йылдарында үҙ эшен асырға батырсылыҡ иткән, Мәләүездә бөгөнгә тиклем уңышлы эш алып барған йүнселдәр сит өлкәләрҙән халыҡҡа кәрәкле тауар – мотоцикл­дарға һәм хужалыҡта киң ҡулла­ныл­ған төрлө ҡорамалдарға запас частар ташый башлай. Әйбергә ҡытлыҡ кисергән осорҙа беҙҙең яҡта уларҙы табыуы еңел булмай. Рәхмәтуллиндар тауар менән Мәләүезде генә түгел, күршеләрҙе тәьмин итеүҙе лә үҙ өҫтөнә ала – запчасть һәм башҡа кәрәк-яраҡты Федоровка, Күгәрсен райондарында, Ырымбур өлкәһе­нең Төйлөгән ҡасабаһында һатыуҙы ойоштора.

Һуңынан ҡалала “Феникс” магазины барлыҡҡа килә, ул бөгөн дә үҙ һатып алыусыһын көнкүре­ш әйберҙәре менән тәьмин итә. Бынан 13-14 йыл самаһы элек барлыҡҡа килгән  автомобиль һәм башҡа техника өсөн запас частар, шулай уҡ башҡа бик күп тауар әйләнеше булдырған “Абсолют” води­телдәрҙең яратҡан магазинына әйләнгән. Унда һәр кем үҙенә кәрәкле әйберен таба.

Рәхмәтуллиндарҙың бизнес өлкәһендә уңышлы эш алып барыуы сәмселлектән, тырышлыҡтан, шулай уҡ заман үҙгәрешен алдан тойомлау һәләтенән һәм шул үҙгәрештәргә әҙер булыуҙан да килә. Уңған хужабикә Фирая Шәр­хаб­дулла ҡыҙы – тәжрибәле бухгалтер, ә Фәрит Мәкки улы булдыҡ­лылығы, ирҙәргә хас тәүәккәллеге менән алдыра.

– Егәрле һәм намыҫлы атай-әсә­йебеҙ беҙҙе лә бала саҡтан хеҙмәт һөйөргә өйрәтте, – ти улар­ҙың балалары.

Рәхмәтуллиндарҙың өлгөлө ғаиләһендә тәрбиәләнгән Филүс, Урал һәм Рөстәм хәҙер үҙҙәре һаулыҡ һаҡлау, такси һәм халыҡты хеҙмәтләндереү өлкәһендә эш алып бара. Филүс Фәрит улы етәк­селегендәге “Према” медицина үҙәгенә мәләүездәр генә түгел, яҡын-тирә район һәм ҡалаларҙан да мөрәжәғәт итәләр.          

Бөгөн Фирая менән Фәрит Рәхмә­туллиндар үҙҙәренең тормош һәм хеҙмәт  тәжрибәһен башҡалар менән дә ихлас уртаҡлаша. Фирая ханым өсөн дини ғәмәлдәрҙе теүәл үтәү ҙә төп маҡсаттарҙың береһенә әйләнгән, намаҙ уҡыған, ике тапҡыр хаж ҡылған кеше.  

- Лена ХӘЙРУЛЛИНА 
Мәләүез районы

Читайте нас: