«ЭкоПродукт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең киптерелгән ҡымыҙ һәм бейә һөтөн етештереүҙе ойоштороуы Башҡортостан Республикаһының өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелде. Тейешле бойороҡҡа БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов ҡул ҡуйҙы.
– Башҡортостан — Рәсәйҙәге иң ҙур продуктив йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙ менән дауалау үҙәге. Республика йылҡы малы иҫәбе буйынса Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында 2-се урында торһа, Волга буйы федераль округында лидер булып һанала. Инвестор Баймаҡта үҙенең йылҡысылыҡ фермаларын ойошторорға һәм етештереү цехын төҙөргә ниәтләй. Инвестицияларҙың планлы күләме 223 миллион һум самаһы тәшкил итәсәк. Проектты тормошҡа ашырыу ауыл хужалығының һәм эшкәртеү сәнәғәтенең иҡтисади үҫешенә булышлыҡ итәсәк, республиканың тупланма бюджетына йыллыҡ һалым керемдәре күләмен арттырасаҡ , – тине Рөстәм Моратов.
Шулай итеп, предприятие йылына 26-30 тонна ҡоро продукт етештерә башларға ниәтләй. Сығарылған продукцияның төп төрҙәре: киптерелгән бейә һөтө - 8,2 тонна, ҡымыҙ - 600 мең шешә, эшкәртелә торған ит - йылына 246,5 тонна.
Проектты быйыл ғәмәлгә ашырыла.
Фото: fotokto.ru