Социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы.
"Бөгөн Сибай ҡалаһы Советы ултырышында урындағы хакимиәт башлығын һайланыҡ һәм вазифаны башҡарыуға конкурс иғлан иттек, – тигән Андрей Назаров. – Депутаттар Азамат Юлдашбаевты ваҡытлыса етәксе итеп һайланы. Быға хәтлем ул ҡала хакимиәте башлығының сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары ине".
Азамат Юлдашбаев Баймаҡ районында тыуған, оҙаҡ йылдар Сибайҙа йәшәй һәм эшләй. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, хеҙмәт юлын Сибайҙың 7-се урта мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып башлай. Унан таможня инспекторы була. Бер нисә йыл Сибай почтамтына, Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең урындағы филиалына етәкселек итә.
Андрей Назаров билдәләүенсә, хәҙер барыһы алдында ла 2030 йылға тиклем стратегик үҫеш ингән, Сибай ҡалаһын, ғөмүмән, Көньяҡ Уралды үҫтереү буйынса стратегик бурыстар тора. Ул бер нисә амбициоз инфраструктура һәм инвестиция проекттарын, бик күп социаль объекттар төҙөүҙе үҙ эсенә ала.
Фото: А. Назаровтың сәхифәһе, demch.me