Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйында Йәштәр көнөн байрам итеүҙә ҡатнашты. Ул сара барышын яҡтыртҡан фотоһүрәттәр менән социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә уртаҡлашты.
“Бөгөн һеҙҙең янда булыу, дәрт-дарманығыҙ, яҡты фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашыу минең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Беҙҙең республика бик йәш, ә йәштәребеҙ – иң яҡшыһы. Һеҙ яҡшы уҡыйһығыҙ һәм үҙ һөнәрегеҙҙең оҫталары булаһығыҙ. Тап һеҙ фәндә мөһим аҙымдар яһайһығыҙ, спорт аренаһында илебеҙ намыҫын яҡлайһығыҙ, Донбасста, бөтә илебеҙҙән меңәрләгән йәш егеттәр кеүек үк, нацизмға ҡаршы көрәшәһегеҙ. Ҙур рәхмәт.
Республикабыҙҙа өлгө алырлыҡ бик күп көслө һәм сағыу кешеләр тыуған. Һеҙҙең бер ҡасан да өлгәшелгәндәрҙә туҡтап ҡалмауығыҙҙы теләйем. Вениамин Кавериндың “Ике капитан” романындағы геройҙарының береһенең образы – яҡташыбыҙ, ҡотопсо штурман Валериан Альбанов. Был әҫәрҙең девизы – “Көрәшергә һәм эҙләргә, табырға һәм бирешмәҫкә”. Һеҙгә лә ошоно теләйем. Ә килеп сыҡмаһа, икенсе яҡташыбыҙҙың – Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың һүҙҙәрен иҫкә төшөрөгөҙ: “Салауат вариҫтары сигенә белмәй!”.
Байрам менән! Бәхет һәм һаулыҡ һеҙгә!” - тине Радий Хәбиров, йәштәргә мөрәжәғәт итеп.
Ул шулай уҡ Бөрйән районының ирекмәндәр штабы етәксеһе Илһам Ишкининға, “Йәштәр сәйәсәте лигаһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы башҡарма комитетының административ-юридик хеҙмәте етәксеһе Арыҫлан Ғәлингә, “Ҡыҙыл ҡәнәфер” Бөтә Рәсәй хәйриә акцияһының төбәк координаторы Әҙилә Ишмөхәмәтоваға, “Башҡортостандың халыҡ инструменттары милли оркестрының милли инструменттар шоу-программаһы” проекты етәксеһе Алиса Яҡшыдәүләтоваға, "Aibat hallyar” милли стритфут кафеһы хужаһы Марат Нәсхетдиновҡа, блогер, медиаирекмән Ильяс Батыргәрәевкә Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Сығанаҡ: “Башинформ” йәмғиәте.
Фото: vk.com/wall413272232_833490