Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Июнь 2022, 20:45

Бурыс – йыл һайын дүрт миллион квадрат метр

Торлаҡ төҙөү күләмен арттырыу йәһәтенән күрелгән саралар тикшерелде.

Бурыс – йыл һайын дүрт миллион квадрат метр
Бурыс – йыл һайын дүрт миллион квадрат метр

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә торлаҡ төҙөү күләмен арттырыу йәһәтенән күрелгән саралар тикшерелде. Кәңәшмәлә Башҡортостандағы ҡала, райондарҙың хакимиәт башлыҡтары ҡатнашты.

Андрей Назаров әйтеүенсә, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы, 2023 йылға республикала йыл һайын дүрт миллион квадрат метр торлаҡты сафҡа индереү бурысы тора. Быйыл Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы менән Башҡортостан Хөкүмәте араһында төҙөлгән килешеү нигеҙендә 2,3 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.

– Биш айҙа республикала 1,2 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән. Был күрһәткес былтырғынан 14 процентҡа юғарыраҡ, һөҙөмтәлә Башҡортостан Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәре араһында тәүге тиҫтәгә инеп, һигеҙенсе урынды яуланы. Волга буйы федераль округында – икенсе урындабыҙ. Беҙҙә айырым маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшеү һәм иңебеҙгә алған йөкләмәләрҙе үтәү өсөн тәүшарттар бар, әлбиттә. Айырыуса федераль үҙәк ярҙамында. Беҙгә Өфө ҡалаһының Ағиҙел аръяғы биҫтәһендә һыу тәьминәте һәм һыу бүлеү селтәрҙәрен, объекттарын төҙөү өсөн финанслауҙы хупланылар. Ул иң перспективалы биләмәләрҙең береһен тәшкил итә. Унда туғыҙ миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡты сафҡа индерергә ниәтләйбеҙ. 15 йыл дауамында торлаҡты йыллыҡ сафҡа индереү күләме 440 мең квадрат метрҙан кәм булмаҫҡа тейеш. Программаны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә 100 меңдән ашыу ғаилә фатирлы буласаҡ, – тине Андрей Назаров.

Шулай уҡ әле 19 проект буйынса ғаризалар Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фондына ебәрелгән, улар буйынса торлаҡ-коммуналь инфраструктура төҙөү, реконструкциялау, яңыртыу планлаштырыла.

Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин республикала торлаҡ төҙөү күләмен арттырыуға булышлыҡ иткән саралар, шулай уҡ ошо өлкәләге хәл тураһында һөйләне.

Андрей Назаров әйтеүенсә, төҙөлөш тармағын йылдам үҫтереү буйынса алда күләмле эш көтөлә. Бөтә власть органдары, министрлыҡтар, ведомстволар, йәмәғәт, эксперт ойошмалары эшмәкәрлеген системалы һәм әүҙем координацияларға кәрәк.

Кәңәшмә аҙағында Премьер-министр Төҙөлөш һәм архитектура министрлығына урындағы үҙидара органдары менән берлектә 2022 йылда һәм 2023-2024 йылдарҙың план осоронда торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу йәһәтенән айырым маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшеүҙе тәьмин итергә; Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы, “Росреестр” идаралығы һәм урындағы үҙидара органдары менән берлектә республика биләмәһендәге хоҡуҡты билдәләү документтары рәсмиләштерелмәгән шәхси торлаҡ төҙөлөшө объекттарына дөйөм инвентаризация үткәреү алымын ғәмәлгә индерергә һәм 1 авгусҡа тиклем Башҡортостан Хөкүмәтенә тейешле тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: