Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мөһим яңылыҡ еткерҙе. 2023 йылда Өфөлә Рәсәй төбәктәре форумы үтәсәк.
Ә быйыл был сара Беларусь Республикаһының Гродно ҡалаһында ойошторола. 30 июндә һәм 1 июлдә үтәсәк туғыҙынсы форумда Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнаша. Тимәк, киләһе йылда Өфө сараның юбилей форумын ҡабул итәсәк.
Радий Хәбиров был яуаплы сараға хәҙерҙән әҙерләнә башларға ҡушты.
“Беҙҙең башланғысты Федерация Советы спикеры Валентина Матвиенко хупланы. Шулай булғас, был сараны бик лайыҡлы үткәрергә кәрәк”, – тине ул.
Фото: ufatime.ru