Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Июнь 2022, 14:50

“Киләсәгебеҙ һеҙҙең ҡулда”

Андрей Назаров Йәштәр көнө менән ҡотланы.

“Киләсәгебеҙ һеҙҙең ҡулда”
“Киләсәгебеҙ һеҙҙең ҡулда”

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Telegram каналындағы сәхифәһендә төбәктең егет һәм ҡыҙҙарын Йәштәр көнө менән ҡотланы.

“Бөгөн йәштәрҙең ҡулында ғәйәт ҙур ҡеүәт тупланған. Беҙ уҡыуҙа һәм ғилми эшмәкәрлектә, спортта юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген уңышлы үҙләштергән һәм республика тормошонда әүҙем ҡатнашҡан барлыҡ һәләтле егет һәм ҡыҙҙар менән ғорурланабыҙ. Һеҙгә үҙенсәлекле дәүерҙә йәшәү бәхете тейҙе; бер нисә йылдан беҙҙә донъя кимәлендәге ғилми-белем биреү үҙәге төҙөлә. Беҙҙең бурыс – һеҙгә белем алыуҙа яҡшы шарттар тыуҙырыу, ә һеҙҙең бурыс – уҡырға һәм илебеҙҙе иң яҡшы, ҡеүәтле итеү өсөн беҙҙең менән бер сафҡа баҫыу! Тормошоғоҙ ваҡиғаларға бай, күп төрлө булһын, унда мөхәббәткә һәм дуҫлыҡҡа, уҡырға һәм эшкә, ижадҡа һәм хыялдарға һәр саҡ урын булһын. Киләсәгебеҙ һеҙҙең ҡулда. Һау-сәләмәт, бәхетле һәм тәүәккәл булығыҙ! Беҙ бергә!” – тип яҙған Премьер-министр.

Фото: t.me/bashkortostan_gov/1928

Сығанаҡ: t.me/bashkortostan_gov/1928

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: