Бөгөн, 27 июндә, Асҡын егете, элекке хеҙмәттәшебеҙ, ғүмеренең һуңғы йылдарында тыуған районына етәкселек иткән Ришат Дихинға 35 йәш тулған булыр ине.
Ошо уңайҙан Асҡын районы хакимиәтенең "Бәйләнештә"ге төркөмөнә матур видеояҙма ҡуйылды. Унда Ришат Марат улының тормошо һәм эшмәкәрлеге киң сағылдырыла. Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә халҡы, тыуған районы мәнфәғәтендә ғәйәт күп хеҙмәт күрһәтеп өлгөргән рухлы, илһөйәр, эшсән, әүҙем, һоҡланғыс дәрт-дарманлы Асҡын егетенең бик иртә баҡыйлыҡҡа күсеүе бар республикабыҙ халҡы өсөн ҙур ҡайғы булды.
Мәрхүмдең ғаиләһе, ике улы ҡалды. Әсәһе Розалия Нәҡип ҡыҙы Урмияҙҙағы тыуған йорт нигеҙен һаҡлап йәшәй. "Килендәрем, ҡыҙым, ауылдаштарым хәстәрлектән айырмай. Районыбыҙҙан, республикабыҙҙан күптәр, шул иҫәптән Ришаттың бихисап дуҫтары телефон аша ла, өйгә килеп тә яҡшы һүҙҙәрен әйтеп, йәшәүгә көс өҫтәргә тырыша, үҙебеҙҙең хакимиәт етәкселеге лә гелән ярҙамға әҙер. Эйе, Аллаға шөкөр, иғтибарҙан мәхрүм түгелмен: һөйөклө улдарымдың, Марат ағайығыҙҙың кешеләр араһында ихтирамлы, хөрмәтле, изгелекле, яҡшы булыуының емеше инде был..." - ти Розалия Нәҡип ҡыҙы.
Редакциябыҙ исеменән Ришат Марат улының яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашып, уларға оло сабырлыҡ, ҡайғылар башҡа килмәүен, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Мәрхүмдең йәне йәннәттә булһын!
Фото Р. Дихиндың сәхифәһенән, видеояҙма Асҡын районы хакимиәте төркөмөнән.