+12 °С
Болотло
Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында йәшәгән Шәрифә Ҡараҙбаева 105 йәшлек юбилейын билдәләне.
Йөҙйәшәр инәй төрлө тарафтарҙан йылы ҡотлауҙар ҡабул итте, һөйөнөсө сикһеҙ. Бер быуаттан ашыу ғүмер кисергән Шәрифә Ғәтиәт ҡыҙына тыныс ҡартлыҡ теләйбеҙ.
Инәй әйтеүенсә, оҙон ғүмерле булыуҙың сере – күңелеңдә тик яҡшылыҡ йөрөтөү, эргә-тирәңдәгеләрҙе ярҙамдан өҙмәү, дөрөҫ туҡланыу.
– Онотоп торам, ситтәрҙең ҡыуанысын үҙеңдекеләй ҡабул итеү ҙә күңел тыныслығы бирә, – тине Шәрифә инәй.
Фото: Розалия Искужина.