Беҙ Зилә менән беренсе кластан әхирәттәр, бер ҡасабала тыуып үҫтек. Икебеҙ ҙә университеттың иҡтисад факультетына уҡырға индек. Әлегәсә уртаҡ тел табып, серҙәрҙе бүлешеп йәшәнек.
Кисә мин уның туйында булдым, йәштәрҙең шатлыҡтарын уртаҡлашып, ихлас теләктәр менән әхирәтемде кейәүгә бирҙем. Тик кәйефте ҡырған, мине аптыраша ҡалдырған бер ваҡиға кисәнән бирле баштан сыҡмай, күңелде ҡырып тик тора. Артабан бығаса айырылмаҫ дуҫ, йәшлек серҙәше булған, көн дә осрашып та һөйләшер һүҙҙәребеҙ бөтмәгән әхирәтем менән юлдарыбыҙ айырылмаҫмы? Юҡ, эш башы һис кенә лә уның тормошҡа сығыуында түгел...
Мин Зиләнең ауылдағы татыу, уңған ғаиләһен яҡшы беләм. Ун йәшкә өлкән апаһы байтаҡ йылдар Финляндияла йәшәй, тыуған яҡҡа һирәк ҡайта. Әле лә һеңлеһенең туйына килә алмаған, бүләккә аҡса ғына ебәргән. Атаһы Миңлебай ағай алсаҡ, ярҙамсыл кеше булып иҫтә ҡалған. Бәләкәй саҡта һыу буйына үҙебеҙҙе генә ебәрмәй, яр буйында ҡарауыллап ултыра торғайны. Бөтә урам балалары уны яратты, йәй еләккә йөрөттө, ҡыш шыуғалаҡ эшләп бәләкәстәрҙе һөйөндөрҙө. Ғүмер буйы урмансы булып эшләне, ундағы һәр ағасты, һәр яланды яҡшы белә ине: уның мәктәпкә килеп, беҙгә урманды һаҡлау кәрәклеге, ундағы хайуандар, бөжәктәр донъяһы хаҡында һөйләгәнен ауыҙыбыҙҙы асып, ҡыҙыҡһынып тыңлай торғайныҡ. Бер аҙ сатанлап атлаһа ла, уға бер ниндәй ҡушамат та йәбешмәне (ғәҙәттә, ауылда аҙ ғына кәмселеге булған кешене аяп тормайҙар, исеменә ҡуша ҡушамат сәпәйҙәр). Зиләнең әсәһе өй буйлап йөрөп почта, пенсия таратты, халыҡ уны гел ихтирам менән хәтергә ала. Айырыуса өлкәндәр Ғәлиә апайҙы көтөп алды, сөнки пенсионерҙарға газға, утҡа түләргә ярҙам итте. Хәҙер хаҡлы ялда инде. Бындай атай-әсәй менән бары ғорурланырға ғына кәрәк. Төпсөктәре Зиләне нисек яратыуҙары, уның өсөн йән атыуҙары, нимә теләһә, шуны алып бирергә тырышыуҙары – үҙе айырым ваҡиға. Әхирәтем уларҙың был “йомшаҡлығын” яҡшы белде, һәр мөмкинлектән яйы сыҡҡан һайын файҙаланырға тырышты.
Зилә үҙе теләп, яратып йөрөгән егетенә кейәүгә сыҡты. Марсель беҙҙең факультет деканының ейәне, аҡыллы, перспективалы, “үҫә” торған студент. Әхирәтемдең һөйләүенә ҡарағанда, тәүҙә профессорҙар ғаиләһе уның өйләнеүенә ҡаршы төшөп маташһа ла, ғишыҡ утында янған улдарының тиҫкәрелеген еңә алмағандар. “Йә Зиләгә өйләнәм, йә йорттан китәм”, тигәс, ни эшләһендәр – күнгәндәр.
Туй туй инде, тәүҙәрәк ул ҡунаҡтарҙың күпселеген тәшкил иткән университет ғалимдарының йыйылышын хәтерләтһә, аҙаҡҡа табан “дилбегә”не йәштәр ҡулына алды. Тик түр башында Миңлебай ағай менән Ғәлиә апайҙың булмауы мине аптыратты. ЗАГС-та никах танытмаһын алғандан һуң Зиләнән ата-әсәһенең ҡасан киләсәген, тантанаға ниңә һуңлауҙарын һорашҡайным инде. “Әлләсе”, – тип яурындарын ғына һелкетте ул саҡта әхирәтем. Туй шау-гөр килеп барғанда, форсат табып, тағы ла төпсөнә башлағас, әхирәтем уларҙы туйға саҡырмағанын әйтергә мәжбүр булды. ”Туй булмаясаҡ, ЗАГС-та теркәлгәндән һуң йәштәр менән генә байрам итәсәкбеҙ, Марсель шулай ҡарар итте”, – тип төпсөк ҡыҙҙарының туйын түҙемһеҙлек менән көткән ата-әсәһен алдаған Зилә.
– Йәл, был тиклем рәхимһеҙ икәнеңде күрмәгәнмен. Уларҙың һине нисек өҙөлөп яратҡанын беләһең дә баһа, нисек күҙҙәренә күренерһең? Бөгөн һинең бәхетең хаҡына Миңлебай ағай менән Ғәлиә апай нимә генә эшләмәҫ ине!
Ул күҙен дә йомманы, ҡоро ғына яуапланы:
– Туйыма килмәйенсә, улар миңә “бүләк” әҙерләне – абруйлы ҡунаҡтар алдында оятҡа ҡалдырманы. Нисек мин уларҙы туйыма саҡырайым: береһе аяғын саҡ-саҡ һөйрәп йөрөй, икенсеһе урыҫса бер ауыҙ һүҙ белмәй. Күрҙең бит ниндәй контингент йыйылғанын! Нисек мин уларҙы бында саҡырайым? Үҙеңде минең урынға ҡуйып ҡара!
Яуап ҡайтарманым, барыһын да аңланым. Миңлебай ағай, Ғәлиә апай, зинһар, беҙҙе ғәфү итегеҙ...
Фото: fotokto.ru