Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Июнь 2022, 14:15

Ваҡытында тамамлай алманылар

Бында ла һауа торошо ғәйепле. 

Ваҡытында тамамлай алманылар
Ваҡытында тамамлай алманылар

План буйынса, 15 июндә Башҡортостан юлдарында соҡор ремонтлау тамамланырға тейеш ине. Әммә быға өлгәшелмәне. Хөкүмәт кәңәшмәһендә республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев белдереүенсә, быға һауа торошо шарттары ҡамасаулаған.

– Бөгөнгә асфальт-бетон япмалы автомобиль юлдары, СКПДИ мәғлүмәттәренә ярашлы, 100 процентҡа тикшерелгән. Төбәк әһәмиәтендәге юлдарҙа 90 612 етешһеҙлек асыҡланған һәм 87 517 етешһеҙлек ремонтланған – был 97 процентҡа яҡын. 51 район йәшел зонала (уларҙа план  үтәлеше 90-дан 100 процентҡа тиклем тәшкил итә), һары зонала өс район ҡалған – үтәлеш 80-дән 90 процентҡа тиклем. Был: Нуриман – 89,37 процент, Шишмә – 80,15 процент, Дәүләкән – 82,41 процент. Урындағы әһәмиәттәге юлдарҙа 51 мең 156 етешһеҙлек асыҡланған, уларҙың 46 115 етешһеҙлек йәки 90 проценты ремонтланған, – тине Александр Булушев.

Министр муниципалитеттарға 10 июлгә тиклем ҡабаттан соҡорҙарҙы һанлаштырырға һәм СКПДИ-ға етешһеҙлектәрҙе индерергә, ә 20 июлгә тиклем уларҙы бөтөрөргә ҡушты.

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: