Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендәге Башҡортостан Хөкүмәте кәңәшмәһендә һыуҙа кешеләр ғүмерен һаҡлау һәм бәләкәй караптарҙа йөҙөү өсөн һыу объекттарын файҙаланыу ҡағиҙәләренә бәйле үҙгәрештәр хаҡындағы проектты раҫлау тураһында һөйләшеү булды.
"Хәҙер һыу объекттарында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү айырыуса көнүҙәк. Былтырғы менән сағыштырғанда, кешеләрҙең йылға-күлдәрҙә һәләк булыу кимәле түбән булһа ла, был йүнәлештәге эште нығытырға тейешбеҙ. Һыу объекттарында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса ғәмәлдәге ҡағиҙәләргә төҙәтмәләр индерергә кәрәк", - тип белдерҙе Андрей Назаров.
Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, һыуҙа кешеләр ғүмерен һаҡлау һәм бәләкәй караптарҙа йөҙөү өсөн һыу объекттарын файҙаланыу ҡағиҙәләре тураһында республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров һөйләгән.
"Яңы ҡағиәҙәләргә ярашлы, пляж хужаһына йыл һайын Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Баш идаралығы Бәләкәй караптар дәүләт инспекцияһына пляжды файҙалана башлау датаһына тиклем 30 календарь көн эсендә ғариза-декларациялар ебәрергә кәрәк. Бынан тыш, һыу инеү тыйылһа ла, ҡотҡарыусылар йәки ҡотҡарыусы-матростар дежурлығын ойошторорға, санитария-гигиена объекттарын – бәҙрәфтәрҙе, кейенеп сисенеү, йыуыныу урындарын, сүп-сар өсөн һауыттар булдырырға кәрәк", - ти Фәрит Ғүмәров.
"Һыу объекттарында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса ғәмәлдәге ҡағиҙәләргә төҙәтмәләр индереүҙе раҫларға тәҡдим итәм. Был ҡағиҙәләр, һис шикһеҙ, мотлаҡ кәрәк һәм мөһим. Улар төп мәсьәләне хәл итеүгә - кешеләрҙең үлеү кимәлен кәметеүгә йүнәлтелгән", - тине Андрей Назаров.
Фото: pravitelstvorb.ru