Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Июнь 2022, 14:40

Гармун моңон онотмайыҡ

Һәр һөнәр эйәһенең күңеле йыр-моңға тартыла.

ғаилә архивынан алынды.
Фото:ғаилә архивынан алынды.

Клубтарҙа гармунсыларҙың бер-береһен алмаштырып халыҡты бейеткән ваҡыты үткәндә ҡалған. Гармун моңо хәҙер танһыҡ. Шулай ҙа профессиональ артист булмаһалар ҙа, әленән-әле ҡулдарына гармун алып, күңелдәрен баҫҡан, башҡаларҙың йөрәгенә дәрт һалған замандаштарыбыҙ бар әле. Халҡыбыҙҙың рухи ынйыларын улар артабан йәш быуын күңеленә һеңдереп ҡалырға тырыша.

 

Бесәнгә баян уйнап барған мәлдәр 

 

Ишембайҙа йәшәүсе Нәғимә менән Самат Халиҡовтар, парлашып гармунда уйнап, моңло итеп йырлауҙары менән иғтибарымды йәлеп итте. Ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләһәләр ҙә, бөгөн улар ҡалала үткәрелгән мәҙәни саралар уртаһында. Ипле, сабыр был парҙың икеһенән дә эске күңел матурлығы һирпелә. Гармунға, йыр-моңға ҡыҙыҡһыныу ҡайҙан килә? Ветеран уҡытыусылар менән әңгәмәбеҙ ошо юҫыҡта башланып китте.

Самат Сабит улы Ҡанаҡай ауылында ябай колхозсылар ғаиләһендә тыуып үҫкән. Ете бала араһында иң өлкәне була ул. Күңелендәге моң, гармунға ынтылыу нәҫелдән килә. Атаһы ла йәш сағында тальянда уйнаған, атаһының бер туған ағаһы Ситдыҡ та гармун оҫтаһы булған. Ул 17 йәшендә һуғышҡа алынған. “Һуғышҡа китер алдынан гармун уйнап Ҡанаҡай урамдарын урап сыҡҡан”, тип ауылдаштарының хәтерләүҙәрен иҫкә алды Самат ағай. Үкенескә ҡаршы, Ҡанаҡай гармунсыһы шул китеүенән ҡабат тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта алмай, 1945 йылдың апрелендә Берлин эргәһендә һәләк була.

– Беҙ үҫкәндә тиҫтерҙәрем араһында гармунда уйнаған егеттәр бик күп була торғайны. Мин дә иптәштәремә ҡарап уйнарға өйрәндем. Элек бит клубта халыҡ гармунға бейене. Тағы ла бер күренеш бала саҡтың матур хәтирәһе булып һаҡланған. Үҫмер ваҡыттан өлкәндәргә бесән әҙерләшергә ярҙам итә торғайныҡ. Шунда ауылдаштарымдың, ат арбаһына тейәлешеп, күңелле итеп баянда уйнап, йырлап барғандары күҙ алдында, йырҙары әле лә онотолмаған, – тип бала сағын айырым йылылыҡ менән иҫкә алды Самат ағай.

 

“Атайымдың һүҙен үтәйһем бар”

 

Заманы шулай булғандыр, халыҡ ең һыҙғанып эшләгән дә, йырлап-бейеп күңел аса ла белгән. Белорет районының Хөсәйен ауылында тыуып үҫкән Нәғимә Ғәфи ҡыҙының күңеленә лә йыр-моң бала саҡтан һеңгән.

– Мин дә ете балалы ҙур ғаиләлә үҫтем. Ҡурайҙа оҫта уйнаған бабайым була торғайны. Бәләкәй саҡта ул уйнаған көйгә, эй, яратып бейей инем. Үҙебеҙҙең ауылда IV класты тамамлағас, Шығай интернат-мәктәбенә уҡырға барҙым. Интернатта бер бөртөк гармун була торғайны. Шул гармунда уйнарға өйрәнергә балалар хатта сират тора ине. Мин дә шунда өйрәндем. Ғөмүмән, әсәйем яғынан нәҫелебеҙҙә ҡурайсылар күп. Әсәйем олатайымдың ҡурайҙа уйнағанын да йыш ҡына иҫкә алыр ине: “Атайым оҫта ҡурайсы булды. Һуғышҡа киткәндә, һеңлем менән икебеҙҙе ҡурайҙа уйнап бейетте лә, һәр беребеҙҙе ҡосаҡлап, яратып юлға сыҡты”, – тип һөйләгәне иҫтә. Үкенескә ҡаршы, ике олатайым да һуғыштың тәүге көндәрендә үк һәләк булған, – тине Нәғимә апай.

Әңгәмәсем гармунда ғына уйнап ҡалмай, мандолина ла сиртә. Бының да үҙ тарихы бар. “Атайым мандолина һатып алып ҡайтты ла: “Миңә атайым өс мандолина алып бирҙе, мин бер генә көй сығарҙым. Һин мандолинала матур итеп уйнарға өйрән инде”, – тине. Ә күңелем нығыраҡ гармунға тартылды. Шулай ҙа атайым әйткән һүҙҙе тыңлап, хәҙер мандолинала ныҡлап уйнарға тотонмаҡсымын”, – тип Нәғимә Ғәфи ҡыҙы хыялдары менән уртаҡлашты.

Нәғимә апайға һөнәр һайларға ваҡыт еткәс, күңеле мәҙәниәткә тартыла, ләкин ата-әсәһенең кәңәшен тотоп, уҡытыусы­лыҡҡа бара – Стәрлетамаҡ педагогия институтына юллана.

Тап шунда ул үҙенең тормош юлдашын –  Самат ағайҙы осрата. Егет кеше был ваҡытта юғары уҡыу йортоноң физика-математика факультетында II курста уҡып йөрөгән була. Студент йылдарында уҡ йәштәр өйләнешеп тә ҡуя.

Уҡыуҙы тамамлауға сабыйҙары ла донъяға килә. Тәүге уҡытыу тәжрибәһен улар Ишембай районының Кинйәкәй мәктәбендә туплай. Оҙаҡ йылдар Белорет яҡтарында ла балаларға белем бирәләр. Самат Сабит улы 15 йыл рус мәктәбендә директор вазифаһын башҡара, Нәғимә Ғәфи ҡыҙы унда башҡорт теленән уҡыта. 1998 йылда Халиҡовтар йәнә Ишембайға ҡайта. Самат ағай – 2-се башҡорт гимназия-интернатында, Нәғимә апай ҡала мәктәптә­рендә хеҙмәт итә.

 

Уҡытыусылыҡ эшендә лә гармун – ярҙамсы

 

Ҡайҙа ғына эшләмәһендәр, ҡайҙа ғына йәшәмәһендәр, бер ҡасан да гармундан айырылмай Халиҡовтар. Улай ғына ла түгел, гармун уларҙың эштәрендә ярҙамсы була. Элек уҡытыусылар, агитбригадалар ойоштороп, ауылдар буйлап гастролдәргә сыҡҡанда ла гармун ҡулдарынан төшмәй. Мәктәптә уҡыусылар, уҡытыусылар араһында фольклор төркөмдәре ойоштороп, гөрләтеп эшләгән мәлдәрен дә һағынып һөйләп алды Нәғимә апай.

– Уҡытыусылыҡты ата-әсәйем кәңәше менән һайлаһам да, был һөнәрҙең ижади ҡараш талап итеүен бик тиҙ аңланым, сөнки һәр уҡыусың һинең хеҙмәт емешең һымаҡ. Уларҙы тәрбиәләйһең, үҫтерәһең, белем һәм йүнәлеш бирәһең. Ғүмер буйы тиерлек миңә рус мәктәптәрендә башҡорт теле уҡытырға насип булды. “Телһеҙ” ҡалған балалар алдында киләсәгебеҙ хаҡына икеләтә яуаплылыҡ тойоп, илемә, халҡыма, туған телемә һөйөү уятыу өсөн бар көсөмдө һа­лып эшләнем. Бында, әлбиттә, миңә тоғро юлдашым – гармуным, халҡымдың йыр-мо­ңона ғашиҡ булыуым ярҙам итте. Йәш быуында телебеҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы йыр-моң аша уятыу күпкә отошло икәнлеген эш тәжрибәм күрһәтте. Икебеҙ ҙә уҡытыусы булғас, бер-беребеҙҙе аңлап, ярҙам итеп, тырышып эшләнек. Һәр баланы шәхес булараҡ ихтирам иттек, уларҙың яҙмышына битараф булманыҡ. Шуғалыр ҙа, хаҡлы ялға сыҡҡас та, беҙҙе уҡыусыларыбыҙ онотмай, хәбәрләшеп торабыҙ, – тине Нәғимә Ғәфи ҡыҙы.

 

“Тормош ваҡлығынан өҫтөн булығыҙ!”

 

Хеҙмәттәре менән генә түгел, балалары менән дә бәхетле Халиҡовтар. Ике ҡыҙ, бер ул үҫтергәндәр, улар күптән үҙаллы. Хәҙер инде алты ейән-ейәнсәргә олатай- өләсәй Нәғимә апай менән Самат ағай.

Ергә нығыраҡ яҡыныраҡ булайыҡ тип, Яңы Георгиевкала йорт һалып сыҡҡандар. Хаҡлы ялда булһалар ҙа, ваҡыттарын бушҡа уҙғармайҙар. Самат ағай ғүмер буйы математиканан уҡытһа ла, күңеле илһамлан­ған­­да шиғыр яҙырға ярата. Нәғимә апай биш ваҡыт намаҙын ҡалдырмай. Саф һауала йөрөү ҙә уларҙың ғәҙәтенә ингән. Йәшәүҙең тәмен тойоп, тормоштоң ҡәҙерен белеп, матур итеп ҡартая Халиҡовтар. Ваҡыт эләккәндә, күңел моң көҫәгәндә гармундарын ҡулдарына алалар.

– Гармун моңон онотмайыҡ. Ул күңел­дә­ребеҙҙе дәртләндерә, йөрәгебеҙгә ял бирә. Олоғайһағыҙ ҙа, бармаҡтар ҡатҡан тип, гармунды ситкә ҡуймағыҙ. Ни генә тиһәк тә, был донъяларҙа йәшәү – ҙур бәхет. Ҡаты ауырыу кисереү быға инанырға ярҙам итте, йәшәйешкә ҡарашты үҙгәртте. Тормош ваҡлыҡтарынан өҫтөнөрәк булырға тырышабыҙ, рухи байлыҡтың мөһим булыуын тәрәнерәк аңлай барабыҙ. Бирелгән ваҡыттың ҡәҙерен белеп, тормоштан йәм табып, ҡулдан килгәнсә башҡаларҙың да күңелен шатландырып йәшәргә тырышабыҙ, – ти Халиҡовтар.

Ябай ғына һүҙҙәр булһа ла, уларҙың ни­геҙенә йәшәү мәғәнәбеҙ һалынған. Һәммәбеҙгә лә был донъяла күңел бөтөнлөгөндә ғүмер итергә яҙһын. Бары шул ваҡытта ғына үҙебеҙ унан риза булырбыҙ, күңел ҡәнәғәтлек алыр.

 


Резеда Шәңгәрәева

Ишембай районы.

Читайте нас: