Алдан хәбәр итеүебеҙсә, күптән түгел Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һәм республика Башлығы Радий Хәбиров БР Үҙәк һайлау комиссияһының яңы составын раҫлағайны. Бөгөн иһә ведомствоның тәүге ултырышы үтте – комиссияның рәйесе, уның урынбаҫары һәм комиссия секретары һайланды.
Комиссия ағзалары Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе вазифаһына бер тауыштан йәнә Илона Макаренконы һайланы. Әйткәндәй, уның кандидатураһын Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы ла хуплағайны. Илона Анатольевна әлеге вәкәләттә биш йыл эшләйәсәк. БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары вазифаһына иһә Марат Ғәҙелов, ә секретарь итеп йәнә Марина Долматова һайланды.
Республика Дәүләт Йыйылышынан үҙәк һайлау комиссияһының яңы составына Рөстәм Бикмәтов, Елена Ғәлиәкбәрова, Игорь Ермолаев, Таһир Закиров һәм Вадим Садиҡов инде. Башҡортостан Башлығы Указы менән Ләйсән Ғарипова, Иван Мосунов, Руслан Ямалетдинов һәм Александр Яшинов Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары итеп тәғәйенләнде. Яңы составта алты сәйәси партия, шул иҫәптән "Берҙәм Рәсәй", КПРФ, ЛДПР, "Ғәҙел Рәсәй" һәм "Яңы кешеләр", шулай уҡ "Йәшелдәр" партияһы бар.
Комиссия вәкәләттәренең срогы 5 йыл тәшкил итә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл Берҙәм һайлау көнөндә өҫтәмә һайлауҙар буйынса республикала 31 һайлау кампанияһы үтәсәк.
Артабан иһә Үҙәк һайлау комиссияһының яңы составы 2023 йылда ойоштороласаҡ - Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай, 2024 йылдың мартында үтәсәк Рәсәй Президенты һәм Республика Башлығы һайлауҙарына әҙерлек башлаясаҡ.