Өләсәй менән әсәйҙең араһында ниндәй айырма бар? Ни өсөн балалар өләсәйҙәрҙе ярата, уларға тартыла? Улар янында ҡалырға, барырға, ялын йәки каникулын шунда үткәрергә ынтыла. Әрләмәгәне, барыһын да рөхсәт иткәне, күберәк маҡтағаны, уларға ваҡыт бүлгәне, ихлас яратҡаны өсөнмө? Былар ҙа етәрлек сәбәптәр, шулай бит? Ә ни өсөн өләсәйҙәр шулай була ала, ә әсәйҙәр уларға етә алмай? Ҡыҙыҡ һорау, эйеме?
Ғәйепләү рәхәт тә ул...
Эйе, өләсәйҙәр психик өлгөрөүҙең юғары дәрәжәһенә, юҡ-барға ҡыҙып, ҡаңғырып бармай торған халәткә еткән, улар тынысланған, йәғни аҡылланған, йөрәген дә, асыуын да, хистәрен дә аҡылға буйһондорған. Өләсәйҙәр ҡыйыу, улар ейәнен эттән дә, уҡытыусынан да, хатта баланың ата-әсәһенән дә яҡлай ала. Бына ошондай үҙ-үҙенә ышанған, тәжрибәле, күпте белгән, бер осраҡта ла ҡалтырап төшмәгән, ҡысҡырмаған һәм барыһын да тик ыңғайға ғына һаплап торған өләсәйҙең булыуы – йәш әсәләр өсөн үҙе бер бәхет.
Ә әсәй булыу еңел түгел! Бөгөнгө йәш әсәйҙәргә, әсә буласағы асыҡланғас та, “белмәйһең” тигән ярлыҡ тағыла, йәғни “насар әсәй” тигән темаға ғәйепләүҙәр өйөлә башлай: “дөрөҫ туҡланмайһың!”, “дөрөҫ кейенмәйһең!”, “ниңә улай иттең – балаң шулай була!” һәм башҡалар. Бала табыу йортонда табиптарҙа беренсе “дәрес” үтелә: “тота белмәйһең”, “имеҙә белмәйһең”, “йыуындыра белмәйһең...”. Өйгә ҡайтҡас, был хәл саҡ ҡына йомшағыраҡ юҫыҡта, әммә дауам итә: “хәҙерге йәштәр бала ҡарай белмәй”, “төн буйы илата”, “йүргәккә төрмәй йоҡлата”, “ҡоро имеҙеүгә бала туямы”, “йоҡа кейендерәһең...”.
Күп атайҙарға сабыйҙың илауы, юҡҡа көйһөҙләнеүе, ҡатынының күберәк балаға иғтибар бүлеүе, бәпесе янында йоҡлауы, арыуҙан кәйефһеҙ булыуы оҡшамай. Улар ундай ваҡытта сабырһыҙланып “Ни өсөн туҡтауһыҙ илай?! Нимә булған уға? Нишләп йоҡлата алмайһың?” тигәнерәк һорауҙар яуҙыра ла аныҡ яуап көтә. Ә әсәй ҡайҙан белһен? Уға әсәй булырға кем өйрәтһен?
Артабан балалар баҡсаһында тәрбиәселәр “насар һөйләшә, насар ашай”, башланғыс мәктәптә уҡытыусылар “шаяра, иғтибарһыҙ, тыңламай”, юғары кластарҙа “әҙерлек етмәй, етди түгел, БДИ бирә алмаясаҡ” тип зарлана. Һәм бөтә ошо “етешһеҙлектәрҙә” әсә үҙен ғәйепле тоя. Балаһын ҡулына алғандан алып уның күңелендә ошондай хәбәрҙәрҙән “нимәнелер яңылыш эшләйем, ҡарап еткермәйем, аңлай алмайым” тигән ҡурҡыу, шом, үҙ-үҙенә ышанмаусанлыҡ инеп урынлаша ла уның психикаһын яйлап ҡына ҡаҡшата. Әсә үҙ балаһын бөтә был ғәйепләүселәрҙән дә араларға тырыша. Балаһы хаҡында әйтелгән бәләкәй генә насар һүҙ ҙә уға ауыр тәьҫир итә. Әле үҙе лә балалыҡтан сығып, холҡо нығынып өлгөрмәгән йәш әсә “өйрәтеүселәр”ҙән һаҡланыуҙың бер нисә генә төрлө сараһын башҡара: ҡаршы ирешә, йәки илай, йәки... балаһын әрләй.
Ҡыҫылырғамы, юҡмы?
Йыш ҡына йәш әсәләрҙең паркта коляска менән йөрөгәнен, балаларын уйнатҡанын күҙәтергә яратам. Ҡарап торһаң, уларҙың күптәре тынысһыҙ. Йоҡо етмәү, режим боҙолоу, йонсоу, башҡа сәбәптәре лә барҙыр, ҡатындар сабырһыҙ, ҡыҙыу, көйгәләк. Ҡала урамдарында, парктарҙа сабыйын тынысландыра алмай коляскаһын һелкеткән, тыңлата алмай елтерәткән, туҡмаған, ҡысҡырған әсәйҙәр аҙ осрамай. Күптәр әсәйҙе шелтәләп, әрләп үтә, “Нимә эшләйһегеҙ? Хәҙер полиция саҡыртам!” тип янаусылар ҙа осрай. Тик бер кем дә туҡтап, уға ярҙам итергә теләмәй. Берәү ҙә әсәнең хәлен һорамай. Асылда бит, әсә балаһын тыңлата алмай, ҡысҡыра, илай икән, был осраҡта иң беренсе әсәнең үҙенә ярҙам кәрәк. Бала әсәһен тыңламай, сөнки уның эсендә ҡурҡыу барлығын тоя. Бәләкәй бала – ул шундай йән эйәһе – көслөрәккә тартыла, ә көсһөҙөрәккә буйһонмаусанлыҡ күрһәтә. Һәм шул бәләкәй генә кеше әсәһен еңеп алырға, баҫырға, уның менән идара итергә ынтыла (!). Был осраҡта балаға эргә-тирәләгеләрҙең әсәһенә ҡарата “белмәйһең” тигәнде күп ҡулланыуы ла йоғонто яһай. Үҫә бара улар ҙа “һин белмәйһең!”, “аңламайһың!” тип ысҡындыра башлай.
Бер мәл поезда күрше урындағы бала менән әсәнең “һуғышын” күҙәтеп килдем. Әсә баланы әүрәтеп кенә бер урында тота алмай. Уйынсыҡтары ла күп, аҙыҡты ла төрлөләп алған, әммә ҡыҙыҡай уларға әүрәмәй. Ә яндағы пассажирҙар әсәне туҡтауһыҙ шелтәләй: “тыныслыҡ бирмәйһегеҙ, шаулайһығыҙ, балағыҙҙы ҡарай алмайһығыҙ”. Ахырҙа ҡатын иҙәндән тәпешкәһен алды ла балаһын уңлы-һуллы һуҡҡылап ташланы. Уның был ҡыланышынан халыҡ “аһ” итте. Асылда ике йәшлек ҡыҙыҡайҙың әсәһе арыған, тынысһыҙ, ярҙамһыҙ һәм яңғыҙ ине. Уны барыһы ла ғәйепләй ҙә ғәйепләй. Балаһын туҡмап йоҡларға һалған ҡатын, башҡаларға арҡаһын ҡуйып, шым ғына иланы...
Шул ваҡыт мин балаларым бәләкәй ваҡытты иҫләнем. Бәләкәстәр туҡтауһыҙ ауырый, һиңә ярҙам иткән кеше юҡ. Атай кеше – “ниңә ауырытаһың”, табиптар – “дауалай белмәйһегеҙ”, эштә “ул ниндәй бөтмәҫ больничныйға сығыу” тиҙәр. Мин дә шундай саҡтарҙа сараһыҙлыҡтан ултырып илай, әрләшә, ҡысҡыра йәки асыуымды балаларға төшөрә торғайным...
Ошо урында туғыҙ балаға ғүмер бүләк иткән әсәйемдең беренсе сабыйы тыуғандағы ҡыҙығын миҫалға килтереп үткем килә. Тәүге ағайым ни өсөндөр йөнтәҫ булып тыуған. Сикәләрендә, маңлайында, яурын-арҡаларында тырпайып торған ҡап-ҡара йөнө булған. Үҙе медицина хеҙмәткәре булһа ла, әсәйем быны күреп ҡурҡҡан, етмәһә, өләсәйем “көсөк шикелле тас йөн” тип уны тағы ла шомландырған. Атайыма күрһәтмәү өсөн бер нисә көн ныҡ итеп урап тотҡан. Ахырҙа ул да барыбер күргән һәм, шулай уҡ аптырап: “Әллә ипләп кенә гәзит менән өтөп ҡарайыммы?” – тигән. Ай тирәһендә бәпәйҙең йөндәре үҙенән-үҙе ҡойолоп, юҡҡа сыҡҡан.
Тағы бер миҫал. Киленебеҙ 18 йәштә әсәй булды. Бала табыу йортонан ҡайтҡас, төрөргә өйрәтәйем әле тип барһам, был бәпесенә заманса кейемдәр кейҙереп, ҡурсаҡ кеүек итеп һалған. Ҡулында бейәләйе лә бар хатта. Ҡыҫылманым, ярай, үҙенсә итһен, тинем. Бер нисә көндән һуң, бәпәй туҡтауһыҙ илағас, йәш әсәй быны тынысландыра алмағас, атай кеше ҡыҫылған. Улай иткәндәр, былай иткәндәр – бәпәй ярһыған ғына. Ахырҙа, ҡустым уны сисендереп ҡарарға булған. Бейәләйен һыпырып алһа, сабыйҙың гел хәрәкәттә булған бармаҡтары әлеге бейәләй эсендәге епте эләктереп, урта бармағына ҡат-ҡат итеп ураған икән. Бармаҡ шешкән, күгәргән. Дауаханаға һалып, баланың бармағын ҡотҡарып алып ҡалдылар, аҙ ғына һуңлаһалар, ҡырҡырға тура килер ине, ти. Ошо хәлдән һуң ҡустым ярһый: “Мин вахтаға эшкә китһәм, ул баланы ҡарай алмай, үлтерә! Бәпесте уйынсыҡ тип уйлай”, – ти. Бахыр ҡатын, ғәйепле булып, балаһын ни эшләтергә лә белмәй. Киленемде яҡлашып, уның “адвокаты” булырға тура килде шул саҡ. Ысынында, ул балаһын шул тиклем матур ҡарай, бары тәжрибәһе генә юғыраҡ ине.
Мәрхәмәтлек күрһәтегеҙ
Интернет селтәрендә йәш әсәләр ҡатнашлығындағы енәйәттәр тураһында ла мәғлүмәттәр осрап тора. Ҡайҙалыр әсә балаһы менән туғыҙынсы ҡаттан һикергән, берәү сабыйын ваннала батырған, улын йәки ҡыҙын урамда ҡалдырып киткән һәм башҡалар. Беҙ хор менән “Ҡайҙан сыға шундай әсәләр?! Йәнһеҙ!” – тип бот сабабыҙ.
Ә психологтар билдәләүенсә, бер әсә лә балаһын үлтерергә теләмәй, сабыйына ҡарата аңлы рәүештә яуызлыҡ ҡылмай. Бындай енәйәттәр йәш әсәнең тышҡы факторҙарға ҡаршы тора алмауынан килеп сыға.
Ҡыҙ балаға әсәлек тойғоһо тәбиғәттән һалына. Тик был тойғоға нисек итеп яңғыҙың бала үҫтереү, бер пособиеға йәшәү, кредит түләү, ипотеканы күтәреү, эскелеккә ҡаршы тороу, эшкә өлгөрөү, ир менән мөнәсәбәттәрҙе яйлай белеү, етәкселеккә ярау, карьера эшләү кеүек бихисап төшөнсәләр инмәгән. Быларҙың барыһына ла яуапты ҡатын үҙе эҙләй.
Бер әсәгә лә еңел түгел. Бер әсә лә идеаль түгел. Әсәлек оҫталығына бер мәктәптә лә өйрәтмәйҙәр. Балаға әсә һөйөүен һәм йылылығын унан башҡа бер әҙәм дә бирә алмай. Әсәйҙәр донъялағы иң ауыр эште башҡара – кешене тыуҙырып үҫтерә. Бөйөк һәм көслө ир-егетте лә, батшаларҙы ла, президенттарҙы ла ана шул йәш кенә әсәләр тыуҙыра. Һәр береһе балаһын тәүге тапҡыр ҡулына ҡурҡып ҡына ала, ни эшләргә, ҡайһылай итергә белмәй. Һәм шул әсәйҙәргә кешелектән бары бер генә нәмә кәрәк – мәрхәмәтлек. Ғәйепләү һәм хаталарын төртөп күрһәтеү түгел, ә ярҙам. Ололарға, мәҫәлән, килененә өйрәтеп тороу ғына түгел, ә балаһын алып ҡалып, уға берәй сәғәт ял биреү. Иренә был осорҙа ҡатынына айырыуса иғтибарлы булыу. Эштән ҡайтып, “нимә менән булдың?” тип шелтәләмәҫкә, ә “әйҙә, бергә йөрөп киләйек” йәки “ҡана, мин йоҡлатайым бөгөн” тип әйтергә. Туғандарға уның хәлен аңларға, кәрәкһә, ҡосаҡлап йыуатырға. Тик әсәне тәрбиәләргә, баһаларға һәм нимәләлер ғәйепләргә ярамай, сөнки әсәй булырға өйрәнеү – иң ауыр хеҙмәт.
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА