Башҡортостандың Хәрби комиссариаты 220-нән ашыу хәрби хеҙмәткә алынған һалдаттарҙың беренсе эшелонын Алыҫ Көнсығышҡа ебәрҙе.
Йыйылыу пунктында тантаналы сара үтте. Республиканың хәрби комиссары, полковник Михаил Блажевич хеҙмәткә саҡырылыусылар алдында сығыш яһаны, егеттәргә уңыштар теләне.
Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар медицина тикшереүе үткән, коронавирус инфекцияһы булыу-булмауына тест тапшырған. Бынан тыш, һәр саҡырыусыға банк һәм электрон карталар тапшырылған. Хеҙмәт иткән урынға барғанда хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларға ҡайнар аш бирелә.
2022 йылдың яҙы саҡырылышында Башҡортостандың хәрби комиссариаты ғәскәрҙәргә 5 меңгә яҡын кешене ебәрә. Хәрби саҡырылыу эшмәкәрлеге махсус хәрби операция үткәреү менән бер нисек тә бәйле түгел, сөнки унда ҡатнашыу килешеү төҙөгән офицерҙар һәм хәрбиҙәр генә ебәрелә.
Йәш һалдаттарға уңыштар теләйбеҙ! Имен-аман хеҙмәт итеп ҡайтығыҙ!
Кемдәр яҙғы саҡырылыш мәлендә улын, ағаһын, ҡустыһын хәрби хеҙмәткә оҙатты? Фотоһын, исемен яҙып комментарийҙарға яҙығыҙ!
Фото: Башҡортостандың Хәрби комиссариатынан алынды.